Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
3 Март 2025, 04:42

Ҡурайсылар ансамбленең рәсми логотибы һайланған!

Ике айҙан ашыу ваҡыт эсендә конкурсҡа 200-ҙән ашыу ижади эш килгән,Ҡаҙағстан, Тажикстан, Сочи дизайнерҙары ла ҡатнашҡан. Өфө дизайнеры Артур Ғилмановтың эше еңгән.

Ҡурайсылар ансамбленең рәсми логотибы һайланған!Ҡурайсылар ансамбленең рәсми логотибы һайланған!
Ҡурайсылар ансамбленең рәсми логотибы һайланған!

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Ҡурайсылар ансамбленең үҙенең таныу билдәһе - логотибы барлыҡҡа килде. Былтыр йыл аҙағында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы милли коллективтың үҙенсәлекле һәм сағыу фирма стилен булдырыу маҡсатында БР Дәүләт ҡурайсылар ансамбле логотибының иң яҡшы дизайнына конкурс иғлан итте. Ике ай ярым эсендә конкурс комиссияһына 200-гә яҡын эш ҡабул ителде. Ҡурайсылар Дәүләт ансамбле стиленә ҡағылырға теләүселәр араһында республикабыҙ вәкилдәре генә түгел, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Сочи, Һамар халҡы ла бар ине.

БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт Дәүләт филармонияһы директоры Алмаз Сәйетов, БР Дәүләт ансамбленең художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, шулай уҡ дизайн өлкәһендәге эксперттар, тәҡдим ителгән бөтә эштәрҙе ҡарап, еңеүсене билдәләне. Еңеүсеһе, Өфө дизайнеры - Артур Ғилманов.

Еңеүсенең эше конкурсты ойоштороусыларҙың милкенә әйләнә һәм раҫланған регламентҡа ярашлы ҡулланыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡурайсылар Дәүләт ансамбле 2024 йылдың мартында төбәк башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса ойошторолдо. Республика буйлап тәүге гастролдәренән коллектив ноябрҙә юлға сыҡты.
Ҡурайсылар ансамбленең рәсми логотибы һайланған!
Ҡурайсылар ансамбленең рәсми логотибы һайланған!
Ҡурайсылар ансамбленең рәсми логотибы һайланған!
Ҡурайсылар ансамбленең рәсми логотибы һайланған!
Ҡурайсылар ансамбленең рәсми логотибы һайланған!
Ҡурайсылар ансамбленең рәсми логотибы һайланған!
Автор:
Читайте нас