Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
6 Март 2025, 13:51

Башдрамда премьера көтөлә!

Был спектакль юғалған өмөттәр һәм кешелек йәшәйешенең мәңгелек һорауҙары тураһында уйланырға саҡыра.

Башдрамда премьера көтөлә!Башдрамда премьера көтөлә!
Башдрамда премьера көтөлә!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Антон Чеховтың «Ваня ағай» пьесаһы буйынса премьера көтөлә. Ошо премьера алдынан театр журналистар менән осрашыу үткәрҙе.

Пресс-конференцияла театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин, баш режиссеры Айрат Абушахманов, Санкт-Петербург режиссеры Степан Пектеев, спектаклдә уйнаясаҡ актерҙар — Азат Вәлитов, Милена Сираева, Эльвира Юнысова ҡатнашты.

Степан Пектеев ҡуйған әҫәр “кешенең йәшәү парадоксын” тикшерә: геройҙар көндәлек мәшәҡәттәргә сумып, яҙмыштарының мөһим боролоштарын күҙҙән ысҡындыра.

— Чехов – ул билдәле бер мәлдә генә килеп етә торған юғары нөктә. Ул кешенең тормош һынылыштары ваҡытында ҡапыл үткәндәренә күҙ һалыуын һәм иң ҙур хыялы – бер иртәлә барыһын да яңынан башлау теләге барлығын күрһәтә. Был мөмкинме икән һуң?.. Әллә ваҡыт беҙҙе тормошҡа ашмаған өмөттәр әсирлегендә ҡалдырып, кире ҡайта алмаҫлыҡ үтеп китәме? — ти Степан Пектеев.

«Ваня ағай» был сәхнәләштереүҙә (ҡуйыусы рәссам — Катерина Андреева, композиторы — Евгений Роднянский) психологик театр традицияларына тоғро ҡала, әммә көтөлмәгәнсә заманса яңғырай – тамашасыны ваҡыт, юғалған өмөттәр һәм кешелек йәшәйешенең мәңгелек һорауҙары тураһында уйланырға саҡыра.

Премьера 13-14 мартта уҙасаҡ. Спектакль башҡорт телендә уйнала.

 

Фото: https://vk.com/bashdram

Автор:
Читайте нас