Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
10 Март 2025, 11:07

"Беҙ һине яратабыҙ, әсәй!"

"Шоңҡар" төркөмөн уҡып барыусылар араһында үткәргән “Рәхмәт һиңә, әсәй!” исемле фотоконкурсында Әнисә Шәрипова еңеп сыҡты.  

"Беҙ һине яратабыҙ, әсәй!""Беҙ һине яратабыҙ, әсәй!"
"Беҙ һине яратабыҙ, әсәй!"

"Шоңҡар" төркөмөн уҡып барыусы дуҫтарыбыҙ араһында үткәргән “Рәхмәт һиңә, әсәй!” исемле фотоконкурсы үткәргәйнек. Еңеүсе тип Әнисә Шәрипова табылды. 

"Беҙҙең әсәйебеҙҙең исеме Әнисә. Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында атайыбыҙ менән 38 йыл татыу ғүмер итәләр. Атайыбыҙ менән 4 балаға матур тәрбиә биреп, өсәүебеҙҙе оло тормош юлына баҫтырҙылар. Әсәйебеҙ бик изге күңелле, тыныс, аҡыллы, тырыш, эшһөйәр. Ҡайтҡаныбыҙҙа беҙҙе тәмле аштарын бешереп ҡаршы ала. Әсәйебеҙҙгә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, һәр тотонған эшендә уңыштар, атайыбыҙ менән артабанда татыу ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ. Беҙ һине яратабыҙ әсәй," - тип яҙғайны беҙгә уның ҡыҙы Фәриҙә Шәрипова. 

Ә бөгөн редакциябыҙға еңеүсебеҙҙең улы Тимербулат килде. Ул әле Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡый икән.  Әнисә Шәриповаға тип әҙерләнгән Илүзә Баязитова-Насырова үргән кәрзинде уға бирҙек. Егет ялдарҙа ауылына ҡайтып, әсәһенә призды тапшырырға вәғәҙә итте. 

Автор:
Читайте нас