Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
21 Март 2025, 12:29

Белоретта Яныбай Хамматовтың йөҙ йыллығын билдәләйҙәр

Көндөҙ әҙип исемен йөрөткән башҡорт гимназияһында Яныбай Хамматовтың кабинет-музейы асылды.

Белоретта Яныбай Хамматовтың йөҙ йыллығын билдәләйҙәрБелоретта Яныбай Хамматовтың йөҙ йыллығын билдәләйҙәр
Белоретта Яныбай Хамматовтың йөҙ йыллығын билдәләйҙәр

Бөгөн Белорет ҡалаһында күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап ойошторолған оло сараларҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандых халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал ҡатнаша. Көндөҙ әҙип исемен йөрөткән башҡорт гимназияһында Яныбай Хамматовтың кабинет-музейы асылды. Ундағы экспонаттар менән прозаиктың ейәнсәре Алһыу Әнүәр ҡыҙы таныштырҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев музейға Яныбай Хамматов менән төшкән иҫтәлекле фотолар тапшырҙы.
Музей ысынлап та яҙыусының кабинетын хәтерләтә. Шул уҡ өҫтәл, креслолар, диван, китап шкафы, үлемһең әҫәрҙәрҙе баҫҡан машинка...Әҙиптең ейәнсәре Алһыу хатта тәҙрәләге ҡорғандарҙы ла олатаһының бүлмәһендәгесә элгән. Өҫтәлдәге лампа ла илһамланып роман яҙған Яныбай Хамматовтың йоҡоһоҙ төндәрен иҫләй.

Белоретта Яныбай Хамматовтың йөҙ йыллығын билдәләйҙәр
Белоретта Яныбай Хамматовтың йөҙ йыллығын билдәләйҙәр
Белоретта Яныбай Хамматовтың йөҙ йыллығын билдәләйҙәр
Белоретта Яныбай Хамматовтың йөҙ йыллығын билдәләйҙәр
Белоретта Яныбай Хамматовтың йөҙ йыллығын билдәләйҙәр
Белоретта Яныбай Хамматовтың йөҙ йыллығын билдәләйҙәр
Белоретта Яныбай Хамматовтың йөҙ йыллығын билдәләйҙәр
Белоретта Яныбай Хамматовтың йөҙ йыллығын билдәләйҙәр
Автор:
Читайте нас