Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
22 Март 2025, 16:15

АЛМАС СИРУСИНДЫҢ ТӘҮГЕ КОНЦЕРТЫ КӨТӨЛМӘГӘН ХӘЛ МЕНӘН ТАМАМЛАНДЫ...

Был сағыу тамаша башҡорт йыр сәнғәте күгендә ҡабынған Алмас Сирусин йондоҙо артабан да яҡты нурҙар сәсеп, милләтебеҙ ғорурлығы булып балҡыр тигән яҡты, ышаныслы өмөттәр уятты...

АЛМАС СИРУСИНДЫҢ ТӘҮГЕ КОНЦЕРТЫ КӨТӨЛМӘГӘН ХӘЛ МЕНӘН ТАМАМЛАНДЫ...АЛМАС СИРУСИНДЫҢ ТӘҮГЕ КОНЦЕРТЫ КӨТӨЛМӘГӘН ХӘЛ МЕНӘН ТАМАМЛАНДЫ...
АЛМАС СИРУСИНДЫҢ ТӘҮГЕ КОНЦЕРТЫ КӨТӨЛМӘГӘН ХӘЛ МЕНӘН ТАМАМЛАНДЫ...

 

Башҡорт эстрадаһының талантлы, киң диапазонлы, моңло тауышлы йәш солисы Алмас Сирусин 21 март тәүге концертын ҡуйҙы.

Уның йырға булған һәләте тамырҙарынан килә. Баймаҡ районының Сирусиндар ғаиләһендә йыр-моң мөхитендә тәрбиә алған егеттең атаһы оҫта гармунсы, әсәһе моңло тауышлы йырсы. Бала саҡтан халыҡ йырҙарын тыңлап, йырлап үҫә ул.

«Мин бәләкәйҙән төрлө ауаздарға, тауыштарға бик һиҙгер булдым: әкрен генә ел иҫеүе, япраҡ шауы, бөжәктәр өнө, ҡош тауыштары – барыһы ла минең өсөн серле моң булып яңғырай ине. Ошо өндәр ниндәйҙер илаһи музыкаға әүерелеп бөтә булмышымды арбап ала. Ҡапыл ҡояшты болот ҡаплап, донъям емерелгән кеүек булғанда, минең тоғро дуҫым–моң гел янымда, ул минең юлымды яҡтырта, алға әйҙәй. Алда ни булырын белмәйем. Тик шуны асыҡ аңлайым: моң - миңә үҙ юлымды табырға ярҙам итәсәк. Бөгөнгө тамаша мине илһамландырған кеүек һеҙҙең күңелдәрҙе лә хисләндерер, тормошоғоҙға йәм өҫтәр тип өмөтләнәм», – тигән хәтирәләр менән башланы Алмас Сирусин концертын.

Алты йыл элек Өфө сәнғәт институтын тамамлағас филармонияға эшкә килгән йәш йырсы үҙен классик әҫәрҙәрҙе, халыҡ, эстрада йырҙарын юғары профессиональ кимәлдә оҫта башҡарыусы итеп таныта, тиҙ арала тамашасыларҙың ихлас һөйөүен яулап өлгөрә. Репертуарын байытып, тәбиғәт биргән моңло тауышы өҫтөндә даими эшләй, күп кенә йыр бәйгеләрендә ҡатнашып, бихисап еңеүҙәр яулай: Ҡазан ҡалаһында Рәшит Ваһапов исемендәге мәртәбәле халыҡ-ара йыр фестивалендә Гран-приға лайыҡ була. Ғөмүмән, йырсы үҙенсәлекле башҡарыу манераһы һәм йырға булған һаҡсыл ҡарашы, репертуарын етди һайлауы менән айырылып тора.

Концертта ул Башҡортостан Республикаһының халыҡ ҡоралдары милли оркестры (художество етәксеһе һәм баш дирижеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Мөхәмәтйәнов) һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Индира Әсәҙуллина (фортепиано) менән сығыш яһаны. Халыҡ көйҙәрен, башҡорт һәм татар классик композиторҙары әҫәрҙәрен, эстрада йырҙарын оҫта башҡарыуы уның бай вокал мөмкинлектәрен күрһәтте.

Алмастың башҡорт йыр сәнғәтендәге уңыштарын юғары баһалап Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы бүләкләгән Маҡтау грамотаһын Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Алмас Сәйетов тапшырҙы.

Концерттың икенсе бүлегендә артист популяр эстрада йырҙарын сәхнәләш дуҫы Ильмир Ғариповтың баянына ҡушылып йырланы, өр-яңы йыр премьераларын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.

Алмас һәм Рәфис Сирусиндар бер коллективта кинәнеп ижад итәләр, уларҙың бергәләп башҡарған йырҙарын тамашасы бик ярата. Ағалы-энеле Сирусиндарҙың һоҡланғыс моңло тауыштары, баласаҡ хәтирәләре, экранда барған видеояҙмалар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ә Рәфис Сирусин оҫта алып барыусы булараҡ та танылды.

Филармонияға эшкә килгәндән алып биш йыл һуҙымында Алмас «Далан» эстрада-фольклор төркөмөндә уңышлы эшләй. Башҡортостандың халыҡ артисы «Далан» төркөмө етәксеһе Артур Туҡтағолов йәш йырсыны ҡотлап, үҙенә килешеп торған дәртле йырлы-бейеүле сығышын бүләк итте.

Алмастың Фәриҙә Ғаззалова менән дуэтын халыҡ ихлас алҡыштар менән оҙатты. Бейеүселәр: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Евгения Цыпина, Сабина Дадашова, Розалина Йәғәфәрова, Зарина Ғофранова, Регина Баракова һәм «Салауат» бейеү академияһы (етәкселәре: Маргарита Ғәндәлипова һәм Рөстәм Ғәндәлипов) бейеүҙәре концерт программаһын йәмләне, байытты.

Альфред Яҡшымбәтовтың «Мөхәббәтле яҙ» йырын йырлағанда Алмас эргәһендә бөтөрөлөп бейеп йөрөгән ҡыҙға: «Сабина, туҡтап тор әле», - тип өндәште һәм тубыҡланып балдаҡ һуҙҙы, мәңгелек йәре булырға тәҡдим яһаны! Сәхнәлә, залда бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Йырсының һөйгән йәре–бейеүсе Сабина Дадашова бер аҙ ҡаушап, баш ҡағып ризалыҡ биргәс, филармонияның ҙур залын дәррәү алҡыштар дер һелкетте, ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны!

Моңло бәрхәт тауышы, сәхнәләге ихласлығы, иплелеге менән барыһын да әсир иткән Алмас, яратҡан тамашасыларын шаһит итеп, беренсе шәхси концертында ғаилә ҡороуға етди аҙым яһаны. Был көтөлмәгән ҡыуаныслы хәлгә зал «Афарин!», - тип һөрәнләне.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, режиссер Сулпан Асҡарова ҡуйған концерт тик тере тауыш яңғыраған, ысын моң, йыр байрамы, йәш йырсының ижад тантанаһы булды!

Был сағыу тамаша башҡорт йыр сәнғәте күгендә ҡабынған Алмас Сирусин йондоҙо артабан да яҡты нурҙар сәсеп, милләтебеҙ ғорурлығы булып балҡыр тигән яҡты, ышаныслы өмөттәр уятты.

Әлфиә Ғимаҙиева
Ләйсән Минниханова

 

АЛМАС СИРУСИНДЫҢ ТӘҮГЕ КОНЦЕРТЫ КӨТӨЛМӘГӘН ХӘЛ МЕНӘН ТАМАМЛАНДЫ...
АЛМАС СИРУСИНДЫҢ ТӘҮГЕ КОНЦЕРТЫ КӨТӨЛМӘГӘН ХӘЛ МЕНӘН ТАМАМЛАНДЫ...
АЛМАС СИРУСИНДЫҢ ТӘҮГЕ КОНЦЕРТЫ КӨТӨЛМӘГӘН ХӘЛ МЕНӘН ТАМАМЛАНДЫ...
АЛМАС СИРУСИНДЫҢ ТӘҮГЕ КОНЦЕРТЫ КӨТӨЛМӘГӘН ХӘЛ МЕНӘН ТАМАМЛАНДЫ...
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас