Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
2 Апрель 2025, 08:35

Гүзәл иргә әйләнгән

Тик быны Дубайҙа ғына белеп ҡалғандар...

Гүзәл иргә әйләнгәнГүзәл иргә әйләнгән
Гүзәл иргә әйләнгән

Өфөлә  йәшәүсе Гүзәл ире менән Дубайҙа ял итеү өсөн 109 мең һумға  юллама һатып алған.   Берләшкән ғәрәп әмирлектәренә барып еткәс, Гүзәлдең  документы буйынса  ир булыуы асыҡланған. Баҡһаң,  Киров районы паспорт бүлегендә  хата ебәргәндәр.  Ә  Ғәрәп әмирлектәрендә бындай хәлдәргә бик етди ҡарайҙар. Улар ир  менән ҡатынды  үҙ аҡсаларына (тағы 100 мең һум...) бороп ҡайтарғандар. Күрәһең, паспорт алғанда Гүзәл уны ныҡлап ҡарап та тормаған. Бына бит иғтибарһыҙлыҡ нимәгә килтерә!

 Сығанаҡ: Mash Batash Телеграм-каналы. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас