Был көндәрҙә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Тәнзилә Хисамова үҙенең матур ғүмер байрамын – 80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Актриса үҙенең үткән ғүмере хаҡында былай ти: "8 март көнө ине. Ҡыҙым Зөлфиә һәм улым Рөстәм менән киске ашҡа ултырыр мәлдә ишек шаҡынылар: бер ҡулына – гөлләмә, икенсеһенә быҙау ҙурлыҡ этен эйәртеп, Роберт Абдулла улы килеп инде. Улым менән ҡыҙым, йүгереп барып, этен ҡосаҡланылар… Шул көндә үк ул тәҡдим яһаны. Минән 13 йәшкә өлкән, ғаиләһенән айырылған, балалары үҫеп
бөткән. Уға эйәреп, беҙ Алыҫ Көнсығышҡа сығып киттек һәм юғары чинлы офицерҙар даирәһенә сумдыҡ. Академик Андрей Иванович Крушанов, уның ҡатыны Маргарита Семеновна беҙҙең ғаиләне шул тиклем үҙ итте, Рөстәмемде үҙҙәре менән приемдарға йөрөтә инеләр хатта. Бына шундай абруйлы, ҙур йөрәкле, тәрбиәле шәхестәр менән аралашып йәшәү
бәхете тейҙе. Ғүмеремдең шул осоронда ҡатын-ҡыҙ бәхетен татыным. Миңә, балаларыма ҡарата яҡшы мөнәсәбәт өсөн һаман рәхмәтлемен. Элек артистарҙың эш хаҡы ҙур булманы, осто-осҡа ялғап йәшәгән ике балалы йәш ҡатын өсөн был үҙгәреш ожмах һымаҡ ине. Тормош иптәшем балаларыма яҡшы атай булды, ғаиләбеҙ өсөн өҙөлөп торҙо, һис ниндәй мохтажлыҡ кисермәнек. Ун бер йыл бергә йәшәп ҡалдыҡ. Кеше тормошо аҡлы-ҡаралы бит ул – араға төштөләр. Роберт Абдулла улы менән юлдарыбыҙ айырылды... Ә иң ауыры – һөлөктәй матур, аҡыллы улым 20 йәшендә гүр эйәһе булып ҡалды".