Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
6 Апрель 2025, 14:20

"Ҡалдырма, әсәй» - Чимкент сәхнәһендә

Был спектакль - аяуһыҙ ысынбарлыҡтың яңғырашы, йән ауазы. Айгиз Баймөхәмәтов үҙенең әҫәрендә үҙенең тарихын һөйләне. Ике һеңлеһе менән бергә ул балалар йортона эләгә, унда етемдәр яҙмышының бөтә ауырлыҡтарын кисерә", - тип яҙған өлкәнең бер гәзите.

"Ҡалдырма, әсәй» - Чимкент сәхнәһендә"Ҡалдырма, әсәй» - Чимкент сәхнәһендә
"Ҡалдырма, әсәй» - Чимкент сәхнәһендә

Билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" повесы буйынса яҙылған спектаклде бөгөн Рәсәйҙең генә түгел, башҡа илдәрҙең бихисап театрҙары ҡуйҙы. Барыһында ла аншлаг менән бара. Билеттар 15 көн алдан бөтә. Премьераға уның авторы Айгиз Баймөхәмәтовтың үҙен килеүен һорайҙар. "Нисек булһа ла килергә тырыш. Юл, тағы башҡа сығымдарҙы үҙебеҙ түләйбеҙ. Бары кил. Тамашасылар һине көтә", - тиҙәр театр етәкселәре. Әҫәр Ҡаҙағстандың бер нисә театрында ҡуйылһа ла, был юлы Чимкент ҡалаһының Жумат Шанин исемендәге академия ҡаҙаҡ драма театры сәхнәләштерҙе. "Әсә һөйөүен һағыныусы балалар тарихы. Балалар йортоноң стеналарында үрелгән яҙмыштар. Тамашасыларҙы күҙ йәштәре ағыҙырға мәжбүр иткән спектакль.  Был спектакль - аяуһыҙ ысынбарлыҡтың яңғырашы, йән ауазы. Айгиз Баймөхәмәтов үҙенең әҫәрендә үҙенең тарихын һөйләне. Ике һеңлеһе менән бергә ул балалар йортона эләгә, унда етемдәр яҙмышының бөтә ауырлыҡтарын кисерә", - тип яҙған өлкәнең бер гәзите. 

Фото: Чимкент драма театры

"Ҡалдырма, әсәй» - Чимкент сәхнәһендә
"Ҡалдырма, әсәй» - Чимкент сәхнәһендә
"Ҡалдырма, әсәй» - Чимкент сәхнәһендә
"Ҡалдырма, әсәй» - Чимкент сәхнәһендә
"Ҡалдырма, әсәй» - Чимкент сәхнәһендә
"Ҡалдырма, әсәй» - Чимкент сәхнәһендә
"Ҡалдырма, әсәй» - Чимкент сәхнәһендә
"Ҡалдырма, әсәй» - Чимкент сәхнәһендә
"Ҡалдырма, әсәй» - Чимкент сәхнәһендә
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас