+24 °С
Ямғыр
"Һөйөүҙән кем туйған?" йырын ишеткәнегеҙ бармы? Видеола йырлаған ҡатын – Рәсимә Денисламова! Баянда ла оҫта уйнай, матур йылрай ҙа, эйе бит!
Йырҙың һүҙҙәре:
Ҡаршымда һүрәтең тора,
Иҫкә төшөрмәк булдым.
Һине осратып уңдыммы мин,
Әллә бөтөнләй туңдым?!
Мөхәббәтем терәк миңә
Янып-көйөнгәнемдә.
Уңһам да туңһам да риза
Һөйөп-һөйөлгәнемә.
Онотолмаҫ йәдкәр булып,
Йәшлек йылдарым уҙған.
Күңел генәм әле лә йәш,
Һөйөлөүҙән кем туйған?!