Башҡортостан Башлығы Ay Yola төркөмө музыканттарына исем биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта ул хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә иғлан итте.
"Республиканың мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиға. Өфөнөң Ay Yola этно-төркөмө Homay хиты менән тиҙ арала бөтә донъяға танылыу алды. Был артистар күп йылдар республикабыҙ мәҙәниәте хаҡына эшләй. Был ҙур өлөш өсөн уларға рәхмәт белдерәм", – тине Радий Хәбиров.
Юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн артистарға маҡтаулы исемдәр бирелде: Ринат Рамазановҡа — «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы», Руслан Адель Шәйхетдиновтарға — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы». Исемдәр артистарға тантаналы шарттарҙа тапшырыласаҡ.