Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
19 Апрель 2025, 13:09

Хәйҙәр Тапаковтың юбилей кисәһе үтте

Йылайыр районында билдәле яҙыусы һәм мәҙәниәт эшмәкәре Хәйҙәр Тапаҡовтың ижадына арналған "Йәшлеккә ҡайтыу" тип аталған юбилей кисәһе үтте. Был кисә әҙәбиәт байрамы ғына түгел, ә урар арьяғы яҙыусыларын берләштергән ваҡиға булды.

Хәйҙәр Тапаковтың юбилей кисәһе үттеХәйҙәр Тапаковтың юбилей кисәһе үтте
Хәйҙәр Тапаковтың юбилей кисәһе үтте

Йылайыр районында билдәле яҙыусы һәм мәҙәниәт эшмәкәре Хәйҙәр Тапаҡовтың ижадына арналған "Йәшлеккә ҡайтыу" тип аталған юбилей кисәһе үтте. Был кисә әҙәбиәт байрамы ғына түгел, ә урал арьяғы яҙыусыларын берләштергән ваҡиға булды. Йылайыр районы хакимиәте Башлығы Борис Мелкоедов оло хөрмәт йөҙөнән юбилярға ат бүләк итте.

Юбилей кисәһе йылы һәм рәхмәтле мөхиттә ойошторолдо. Күренекле шағир Шәйехзада Бабичтың бюстына сәскәләр һалып, барлыҡ ҡатнашыусыларға әҙәби традицияларҙы һаҡлау һәм дауам итеүҙең мөһимлеген иҫкә төшөрҙө.

Мәҙәниәт йорто залында юбилярҙың дуҫтары, коллегалары һәм ижадын хөрмәт итеүселәр йыйылды. Өфө һәм күрше райондарҙан почетлы ҡунаҡтар ҙа килде. Ҡунаҡтар иҫәбендә — Башҡортостан Республикаһының VII саҡырылыш Дәүләт Собрауы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар Союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, прозаик Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева.

Хәйҙәр Тапаковтың юбилей кисәһе үтте
Хәйҙәр Тапаковтың юбилей кисәһе үтте
Хәйҙәр Тапаковтың юбилей кисәһе үтте
Хәйҙәр Тапаковтың юбилей кисәһе үтте
Хәйҙәр Тапаковтың юбилей кисәһе үтте
Хәйҙәр Тапаковтың юбилей кисәһе үтте
Хәйҙәр Тапаковтың юбилей кисәһе үтте
Хәйҙәр Тапаковтың юбилей кисәһе үтте
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас