Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
21 Апрель 2025, 05:49

"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!

Баҫманың был һанында ла дуҫтарыбыҙ мауығып уҡырҙай әҙәби әҫәрҙәр, фәһем бирерҙәй, уйға һалырҙай мәҡәләләр донъя күргән.

"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!
"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!

Тышлыҡтың тәүге битен Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы факультеты студенттары биҙәй. Был шәп йәштәр хаҡында яҙма "Беҙ бында тормошҡа өйрәнәбеҙ" тип атала. Ҡытайҙа уҡып йөрөгән Өфө ҡыҙы тураһында "Хыялдар Ҡытайға алып бара", йәш кондитер Айгиз Килдебаев хаҡында "Йырлай-йырлай торт бешерә", бөтә Рәсәй конкурсы лауераты, уҡытыусы Тимур Мырҙабаев тураһында "Ғүмер үтә ҡыҙыҡлы..." тигән мәҡәләләр менән дә танышырһығыҙ.

Әҙәбиәт һөйөүселәргә был юлы Рәзинә Зәйнетдинованың “Йырым ҡалыр...” тигән дектекив повесын, Айгөл Ғәлиәкбәрованың “Бер тамсы ҡан”, Сәүиә Солтанованың “Һағыҙаҡ” һәм Ҡаҙағстандың Яҙыусыһылар союзы ағзаһы Ҡанат Теләүхандың "Миҙал" тип исемләнгән хикәйәләрен тәҡдим итәбеҙ. 

Баҫманың был һанында ла дуҫтарыбыҙ мауығып уҡырҙай әҙәби әҫәрҙәр, фәһем бирерҙәй, уйға һалырҙай мәҡәләләр донъя күргән. Бер яҙма ла уҡыусыларыбыҙҙы битараф ҡалдырмаҫ тип уйлайбыҙ.

"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!
"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!
"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!
"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!
Автор:
Читайте нас