Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
22 Апрель 2025, 05:20

Бәхил бул, йырсы!

 Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен!   

Бәхил бул, йырсы!Бәхил бул, йырсы!
Бәхил бул, йырсы!

Йырсы, композитор Айрат Халиков оҙаҡ ауырыуҙан һуң баҡыйлыҡҡа күсте. Мәрхүм менән хушлашыу бөгөн, 22 апрелдә, Өфө ҡалаһы моргына (Цветочная урамы, 2 йорт) 13 сәғәттә буласаҡ. Ул тыуған яғында - Стәрлебаш районының Әмир ауылы зыяратында ерләнәсәк. Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен! 

Айрат ХАЛИҠОВ, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы:

- 1 кластан 3 класҡа тиклем Әмир урта мәктәбендә Мөкәрәмә апай Халиҡова минең беренсе уҡытыусым булды. Ул миңә апай килеп сыға ине, әммә, шуға ҡарамаҫтан, мине яҡын күрә тип уйламаһындар өсөн хатта миңә ҡарата уҫалыраҡ та ине. Мин бик тырышып, тик бишле билдәләренә генә өлгәшеп уҡыным. Хоккей, футбол яраттым, команда йыя инем. Һуңынан музыка менән мауыҡтым.

Ул ваҡытта мәктәп директоры Спартак ағай Хәбибуллин ине. Мөкәрәмә апай беҙгә йыш экскурсиялар үткәрҙе. Беҙҙе колхозыбыҙҙың ғорурлығы булған малсылыҡ комплексына алып бара торғайны. Һауынсылар һәм мал ҡараусылар шул ваҡытта аҡ халаттарҙа эшләй ине. Һәр ерҙә тәртип һәм таҙалыҡ. Душ бүлмәләре, ҡыҙыл мөйөштәр бар ине. Класташым Илвер Хәлитов менән үҫкәс туған колхозда шофер булып эшләйбеҙ тип хыяллана торғайныҡ. Водитель сифатында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлап, беребеҙҙең хыялы тормошҡа ашты. Илвер бөгөн шул хужалыҡҡа идара итә. Мин иһә музыка менән шөғөлләнеүемде дауам итәм.

Фото: социаль селтәрҙән

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас