Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
22 Апрель 2025, 17:35

Яҙыусылар йортонда күсмә кәңәшмә үтте

Урал Таһир улы ремонт барышы, "Өфө йүкәләре" скверын булдырыу эштәре менән танышты, бина эсендәге бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты. Айгиз Баймөхәмәтов эске биҙәлеш, бинала ниндәй майҙансыҡтар булдырыу тураһында һөйләне. Мәҫәлән, бында "Әҙәби ҡунаҡхана" асыу күҙаллана. Тирә-яҡ биләмәне күркәмләндереү, шулай уҡ эске эштәр буйынса фекер алышыу булды, биҙәлеш буйынса матур тәҡдимдәр яңғыраны. 

Яҙыусылар йортонда күсмә кәңәшмә үттеЯҙыусылар йортонда күсмә кәңәшмә үтте
Яҙыусылар йортонда күсмә кәңәшмә үтте

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Өфөлә Яҙыусылар союзы бинаһын рәткә килтереү барышы менән танышты. Күсмә кәңәшмәлә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса фәнни-етешереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов ҡатнашты.  Шуныһын билдәләргә кәрәк: ремонт барышы һәр саҡ республика етәкселегенең иғтибарында, республика Башлығы Радий Хәбиров был хаҡта даими ҡыҙыҡһынып тора, кәңәшмә үткәрә.

Урал Таһир улы ремонт барышы, "Өфө йүкәләре" скверын булдырыу эштәре менән танышты, бина эсендәге бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты. Айгиз Баймөхәмәтов эске биҙәлеш, бинала ниндәй майҙансыҡтар булдырыу тураһында һөйләне. Мәҫәлән, бында "Әҙәби ҡунаҡхана" асыу күҙаллана. Тирә-яҡ биләмәне күркәмләндереү, шулай уҡ эске эштәр буйынса фекер алышыу булды, биҙәлеш буйынса матур тәҡдимдәр яңғыраны. 

Яҙыусылар союзының яңыртылған бинаһын быйыл, өсөнсө Китап байрамы башланған мәлдә асыу планлаштырыла. 

 – Әле эштең иң ҡыҙыу осоро. Бина рәткә килтерелде, әле сквер төҙөү эшәре бара. Эске яҡтан биҙәлеше, йыһазландырыу, кәрәкле ҡорамалдар менән байытыу, музей, күргәҙмә залын булдырыу тураһында һөйләштек. 

Яҙыусылар йортонда иң беренсе ижади мөхит кәрәк булһа, икенсенән, бында һәр ингән кеше Башҡортостан әҙәбиәтенең тарихы, бөгөнгөһө, ҡаҙаныштары менән танышып сыға алырға тейеш. Шуға ла бина үҙе тотош бер музейға торошло буласаҡ.

Ремонт эштәренә республика етәкселеге лә,  Яҙыусылар союзы ла күп көс һала. Бынан биш йыллап элек кенә әле бындай иғтибарҙы күҙ алдына ла килтерә алмай инек. Республика етәксеһе үҙе килеп, бында бер нисә тапҡыр эш барышы буйынса кәңәшмә үткәрҙе, аҙна һайын фекер алышыуҙар бара, эш ҡайнай, – тип уртаҡлашты Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов. 

Шуныһын да хәтергә төшөрөү урынлы булыр: яҙыусылар йорто архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә, ул XIX быуат аҙағында төҙөлгән. Ике ҡатлы таш йорт халыҡта "Поликарпов йорто" атамаһы менән билдәле.  

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Автор фотоһы. Яҙыусылар союзы бинаһы - БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.

Яҙыусылар йортонда күсмә кәңәшмә үтте
Яҙыусылар йортонда күсмә кәңәшмә үтте
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас