Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Мәҙәниәт
24 Апреля 2025, 06:24

Хәтәр шәп йырлай, шулаймы!?

Был моңло тауышлы йырсыны кем белә? Ул ҡайһы яҡтан икән?

Нурийән Ишҡолов башҡарыуында "Йәшлегем" йырын тыңлап алығыҙ әле, дуҫтар! 

Нурийән Ишҡолов Федоровка районының Яңы Яуыш ауылынан. Билдәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гөлдәриә Йосопова йырсы хаҡында бына нимәләр яҙа:

- Нурийән минең класташым. Улар Яңы Яуыш ауылынан беҙҙең Бала Сытырман мәктәбенә 9-сы класҡа килеп, ике йыл бергә уҡыныҡ! Әммә уның йырсы таланты тураһында ошо көнгәсә белмәнек! Дәрестә шып-шым ғына ултырған тыйнаҡ ҡына егет ине ул! Хатта бынан 4 йыл элек мәктәп тамамлауға 35 йыл тулыу уңайынан класташтар осрашыуында ла уның моңло тауышы тураһында белмәнек! Бына асылып китте бит һабаҡташыбыҙ! Моңло тауышы, үҙебеҙҙең Ашҡаҙар буйҙарын иңләп йырлаған йырҙарынан күҙҙән йәштәр килеп сыға! Класташ ҡыҙҙар менән Нурийәндең йырҙарын бер-беребеҙгә ебәреп тыңлайбыҙ! Нурийәнгә яңы ижади үрҙәр, оло сәхнәләрҙә сығыш яһауын теләп ҡалам!

 

ЙӘШЛЕГЕМ.
Рөстәм Әсәдуллин көйө һәм һүҙҙәре.
ТЕКСТ.
1.
Моңһоу була күңелдәремдә,
Йәшлегемә ҡайтыуҙарым.
Йүгереп йөрөгән һыу буйҙарында,
Ҡайтыр инем шул саҡтарыма.
ҠУШЫМТА:
Бер булһа әйтер инем: "Ҡайындарым һағындыра,
Шишмәләрҙең сылтыр-сылтыр аҡҡан һыуҙары ни тора…"
Белгән булһам артынан ҡыуып тотҡанын,
Ҡасыр инем кеүек йәшлек, йәшлегем уттарына.
Әйтер инем: "Ҡайындарым һағындыра,
Шишмәләрҙең сылтыр-сылтыр аҡҡан һыуҙары ни тора…"
Белгән булһам артынан ҡыуып тотҡанын,
Ҡасыр инем кеүек йәшлек, йәшлегем уттарына.

2.
Һыҙылып ҡына таңдар атҡанда,
Күҙ алдымда йөрөгән юлдарым.
Һағ(ы)нып керәһең төштәремә,
Эх, йәшлегем, минең йәшлегем.
ҠУШЫМТА:
Йәшлегемә әйтер инем: "Ҡайындарым һағындыра,
Шишмәләрҙең сылтыр-сылтыр аҡҡан һыуҙары ни тора…"
Белгән булһам артынан ҡыуып тотҡанын,
Ҡасыр инем кеүек йәшлек, йәшлегем уттарына.
Әйтер инем: "Ҡайындарым һағындыра,
Шишмәләрҙең сылтыр-сылтыр аҡҡан һыуҙары ни тора…"
Белгән булһам артынан ҡыуып тотҡанын,                                                                                                                                                                                                                                                                                                            Ҡасыр инем кеүек йәшлек, йәшлегем уттарына.

 

https://vk.com/video-62519918_456240748

 

Автор:
Читайте нас