Шоңҡар
+22 °С
Ясно
Мәҙәниәт
29 Апреля 2025, 07:38

Бәхил бул, легенда...

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, Өфөнөң почетлы гражданы Фидан Ғафаров менән хушлашыу сараһы үтте.

Бәхил бул, легенда...Бәхил бул, легенда...
Бәхил бул, легенда...

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, Өфөнөң почетлы гражданы Фидан Ғафаров менән хушлашыу сараһы үтте. Күренекле артистың яҡындары, коллегалары һәм ижадын һөйөүселәр уның хөрмәтләп иҫкә алырға йыйылды. Улар сиратлап табут эргәһенә килеп сәскәләр һалды. Залда Фидан Ғафаровтың йырҙары яңғыраны.

Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул Фидан Ғафаровҡа «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденын тапшырҙы. Республика етәксеһе бүләкләү тураһында указға артист иҫән сағында уҡ ҡул ҡуйылғанын билдәләне. Радий Хәбиров награданы уның улы Азамат Ғафаровҡа тапшырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халҡыбыҙҙың яратҡан шәхесен Дүртөйлө районында хәләл ефете янында ерләйҙәр.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ фотолары. 

Бәхил бул, легенда...
Бәхил бул, легенда...
Бәхил бул, легенда...
Бәхил бул, легенда...
Бәхил бул, легенда...
Автор:
Читайте нас