Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Мәҙәниәт
12 Мая 2025, 11:50

Өфөлә «Китап» магазины милли мәҙәниәт үҙәгенә әүерелде

 Бында  шулай уҡ  әҙәби саралар: күргәҙмәләр, презентациялар, автограф-сессиялар һәм авторҙар менән осрашыуҙар үткәрелә. 

Өфөлә «Китап» магазины милли мәҙәниәт үҙәгенә әүерелдеӨфөлә «Китап» магазины милли мәҙәниәт үҙәгенә әүерелде
Өфөлә «Китап» магазины милли мәҙәниәт үҙәгенә әүерелде

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында асылған «Китап» нәшриәтенең Өфөләге яңы магазины башҡорт мәҙәниәтенең мөһим үҙәгенә әүерелде. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев белдереүенсә, магазин яҙыусыларҙы, нәшриәтселәрҙе һәм уҡыусыларҙы берләштерә. Рәсәйҙең милли китап нәшриәте лидеры «Китап» нәшриәте бөтә стандарттарға тап килгән китаптарҙы арзан хаҡҡа сығара һәм 2024 йылда 16 награда ала. Төп маҡсат-республика халҡын сифатлы милли әҙәбиәт менән тәьмин итеү.

Өфөнөң тарихи үҙәгендә, «Башпотребсоюз» бинаһында урынлашҡан «Китап» магазины сауҙа залын ғына түгел, ә әҙәби саралар: күргәҙмәләр, презентациялар, автограф-сессиялар һәм авторҙар менән осрашыуҙар үткәреү өсөн заманса майҙансыҡты ла үҙ эсенә ала. Бер йылда бында 80-дән ашыу сара үткән. Башҡорт китаптары Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә популярлыҡ менән файҙалана.

 Ләйлә Аралбаева.

Фото:»Башинформ".

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас