Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
20 Май 2025, 16:09

Ҡаҙағстандан сәләм!

Сит илдә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙы "Бөйрәкәй"ҙе оҡшатты. 

Ҡаҙағстандан сәләм!Ҡаҙағстандан сәләм!
Ҡаҙағстандан сәләм!

Иң яҡын ҡәрҙәш халыҡтар йәшәгән Ҡаҙағстанда 17 май көнө М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры Т. Ғарипованың "Бөйрәкәй" романына нигеҙләнгән спектакле менән "Жастар" театрында сығыш яһаны. Режиссер Айрат Абушахмановтың был ижад емешен дә оҡшаттылар. Тамашасы оҙаҡ ҡына ваҡыт артистарҙы сәхнәнән ебәрмәне, алҡыштарға күмде. 

Әлбиттә, Ҡаҙағстанда йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә был тамашаны ҡарарға килгән ине. Сығыштары менән Ейәнсура районының Байдәүләт ауылынан булған Роза менән Асия Ғәйнетдин ҡыҙҙары Башҡортостанға күп сәләм әйтеп ҡалдылар. Йәмле Һүрән буйҙарын һағыныуҙарын әйттеләр. Ҡаҙағстанда  "Аҡбуҙат" тип аталған башҡорт этномәҙәни ойошмаһын етәкләүсе, Дыуан районында тыуған ир-уҙаман Роберт Зәйнуллин һәм сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районы ҡыҙы Хәбибуллина Рәмзилә Ғәлиулла ҡыҙы унда йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе берләштереүгә ҙур көс һалыуҙарына һоҡландыҡ.  

Ҡаҙағстандан сәләм!
Ҡаҙағстандан сәләм!
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас