+24 °С
Ямғыр


Матур көндө – Халыҡ-ара ғаилә көнөндә Ғафури районының ЗАГС бүлегендә Һомай исемле ҡыҙҙың тыуыуын теркәү тантанаһы үтеп, тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды.
Һомай 2025 йылдың 9 майында тыуған. Уның исеме (башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр» геройы шулай тип аталған) таҙалыҡты, яҡтылыҡты һәм белемде символлаштыра. Зарема менән Рәмил Ҡотдосовтар ғаиләһендә башҡорт халыҡ йолаларын хөрмәт итәләр һәм балаларына исем һайлауға бик яуаплы ҡарайҙар. Ғаиләлә өлкәндәре - Баяс һәм Заһиҙә исемле ул-ҡыҙҙары үҫеп буй еткерә. Улар Өфөләге Р.Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернатында белем ала.
Индира ИШКИНА.