

Йәш йырсы Хәсән Вәлиев йыр конкусында еңеп сыҡҡас, бик тиҙ популяр булып китә. Тап ошо мәлдә уға Нәжибә исемле ҡыҙ осрай. Нәжибә һатыусы булып эшләй. Уның был көндәрҙә ни эшләргә белмәй йөрөгән сағы, сөнки ышандырып йөрөгән егете өйләнгән, хатта балаһы бар икән. Унан ауырға ҡалған Нәжибәгә юлында көтмәгәндә йырсы Хәсән осрай. Улар өйләнешә. Егет баланың үҙенең улы булмауын белерме? Артабан сәнғәт күгендә үҙен таба алырмы? Быларын спектаклде ҡарағас, үҙегеҙ белерһегеҙ.
"Матур моңло йырҙар менән үрелеп барған спектакль бик оҡшаны! Тормошта ла бит бҽр-бҽрҽһҽн аңламаған,таланттарын үҫтҽрмәгән бәхҽтһҽҙ парҙар күп бит.Ә хыялыңды тормошҡа ашырырға бҽр ҡасан да һуң түгҽл...Ниһәйәт, кисә ошо әҫәр буйынса ҡуйылған спҽктаклдҽ ҡарарға форсат тҽйҙҽ.Бик уңышлы ҡуйылған, һәр бҽр артист күңҽлҽн бирҽп уйнаны.Барығыҙ,күрҽгҽҙ,фәһҽмлҽ спҽктакль. "Шоңҡар" журналында уҡығыҙ.Тетрәндерҙе лә, уйландырҙы ла, моңландырҙы ла, һоҡландырҙы ла… "Ирҙе Ир иткән дә, хур иткән дә Ҡатын" тигән әйтем, минеңсә, был спектаклгә бик тап килә… Йәки эргәңдә һине яратып, хөрмәт итеп, һайлаған юлыңды хуплап тороусы йәрең, тормош иптәшең булғанда ғына ҙур уңыштарға ирешергә мөмкин", - тип яҙған Миңзәлә Баймырҙина.
Фото: Башдрам