Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
26 Май 2025, 15:10

Башҡорт рухын бейеү аша тарата

Үҙ эшенә бирелгәндәр генә бар ерҙә лә уңыштарға өлгәшә, халыҡ араһында һөйөү, ихтирам ҡаҙана. Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәгән бейеүсе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Илшат Хәбибуллин тап шундайҙарҙан.

Башҡорт рухын бейеү аша таратаБашҡорт рухын бейеү аша тарата
Башҡорт рухын бейеү аша тарата

Башҡорт рухын бейеү аша тарата

 

Үҙ эшенә бирелгәндәр генә бар ерҙә лә уңыштарға өлгәшә, халыҡ араһында һөйөү, ихтирам ҡаҙана. Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәгән бейеүсе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Илшат ХӘБИБУЛЛИН  тап шундайҙарҙан.

 

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була,  тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Бала, ысынлап та, өлкәндәрҙең ҡылыҡтарын ҡабатлай-ҡабатлай ата-әсәһенең юлынан китә. Илшаттың туған-тыумасалары араһында бейеүселәр бөтөнләй юҡ тиерлек. Ә бына бәләкәс кенә булһа ла, халҡының берҙәмлеге, татыулығы менән тирә-яҡтағы башҡа ауылдарҙы һоҡландырған,  өләсәһе Орҡоя менән олатаһы Әсғәт Түзбәковтар йәшәгән Аҡташ ауылында уның күңеленә сәнғәткә, бейеүгә орлоҡ-дәрт һалалар. Тыуған көндәрҙең, башҡа мәжлестәрҙең, хатта өмәләрҙең дә аҙағы был ауылда йыр-моң, уйын-көлкө, бейеү менән тамамлана. Каникулдарын ошо ауылда үткәрергә яратҡан Илшатты ла йыш ҡына бейергә саҡыралар. Тик тыпырлата белмәйем, көйгә дөрөҫ баҫмаҫмын тип уйлап, ул баш тарта. Үҙе уҡыған Красноусолдың 3-сө  мәктәбендә лә, район мәҙәниәт һарайында ла ул ваҡытта әлеге кеүек түңәрәктәр ҙә эшләмәй, өйрәтеүсеһе лә табылмай.

Туғыҙынсыны тамамлағас, башҡа бик күп үҙенең тиңдәштәре кеүек, Красноусолдағы һөнәрселек училищеһына уҡырға керә. Бәхетенә күрә, тап шул ваҡытта район мәҙәниәт һарайындағы бейеүселәр түңәрәгенә уҡыусылар, студенттар эҙләп, Миңнияр Әйүп улы килә. Күптәнге хыялы тормошҡа аша егеттең – тиҙҙән уны “Айгүзәл” ансамбленең солисы итеп алалар. Миңнияр Ҡорманғолов менән Эльвира Хөснитдинова ундағы һәләтте үҫтереүгә булышлыҡ итһәләр, район мәҙәниәт бүлеге директоры Альмира Сөләймән ҡыҙы был өлкәлә белемен артабан камил­лаштырырға, һәләтен үҫтерергә кәрәклеге хаҡында әйтеп, өгөтләп тора.

Имтиханда “Ҡара юрға” халыҡ бейеүен башҡарғас, Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт техникумы буласаҡ бейеүсене ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Тиҙҙән уны филармония артистары ла күреп ҡала. Студент сағында театр бейеүселәре менән бергә сәхнәгә сыға. Риф Ғәбитовтың мәктәбен үтеү ҙә уның ижад офоҡтарын киңәйтә, дәрт, ышаныс өҫтәй. Сығарылыш студентының сәхнәләге “Аҡбуҙат” бейеүен күргәс, ул саҡтағы мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина: “Һин – башҡорт халыҡ бейеүенең йөҙөк ҡашы була торған кеше. Артабан да үҫергә кәрәк”, – тип Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә саҡыра. Тик баш ҡалала йәш белгестең алдына торлаҡ табыу мәсьәләһе килеп тыуа. Шуға ла ул хеҙмәт юлын Илеш районында башлай. Барыу менән фатир ҙа бирәләр, тиҙ арала уҡыусыларҙан торған “Йәшлек” бейеү ансамблен төҙөй, Екатеринбургка барып башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән сығыш яһап та ҡайталар.

Әммә Илшат тыуған яғына тартыла. 2010 йылда Ғафури районы мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлын дауам итә. 1997 йылда барлыҡҡа килгән “Быҙыбыт” өлгөлө бейеү ансамблен етәкләй. Йыл һайын республикала үткәрелгән “Байыҡ”ҡа, Ҡазан, Санкт-Петербург ҡалаларындағы бейеү конкурстарында йыш ҡатнашалар, сит ерҙә башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән бергә, милли һыҙаттарын, кейемдәрен дә күрһәтеп, һоҡландырып ҡайта улар. Санкт-Петербургта “Сказка на Неве” конкурсында беренсе урынға сыҡҡас, еңеү бейеүен ҙур бер майҙанда башҡаралар. Ситтән килгән туристар, ҡала ҡунаҡтары уларҙы уратып ала, фото-видеоға төшөрәләр, ҡайҙан килеүҙәре, ниндәй милләт булыуҙарын ҡыҙыҡһынып һораша башлайҙар. Тиҙҙән Ғафури районы уҡыусыларының бейеүе интернет киңлектәрен яулай.

Уҡытыусы өсөн уҡыусыңдың уңыштарын күреү –  ҙур бәхет. Илшат Хәтим  улында тәрбиәләнеүсе Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башланғыс класында уҡыусы Искәндәр Әбелғужин 2013 йылда “Байыҡ”та еңеү яулай. “Һунарсы” бейеүен башҡарыусы үҙенең һәләте менән барыһын да таң ҡалдыра һәм уны                 Р. Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжына саҡыралар. Йәш бейеүсе лә, ата-әсәһе лә был тәҡдимгә ризалаша һәм Ғафуриҙың йәш, һәләтле егете уны уңышлы тамамлай. Әле  Искәндәр – Һамар балет һәм опера театрында төп балерон.

– Бөгөн төрлө йәштәге дүрт төркөм бала бейеү менән шөғөлләнә. Һәр береһендә – ун ике егет һәм ун ике ҡыҙ. Сәхнәгә сыҡҡанда синхронно тыпырлатыу, бер үк хәрәкәтте бер ваҡытта эшләүгә ҡайтып ҡына ҡалмай, – ти Илшат Хәтим улы.  – Коллектив араһындағы дуҫлыҡ, берҙәмлек тә ҙур роль уйнай. Ул юҡ икән, тамашасы уны шунда уҡ һиҙеп ҡала. Шуға ла төркөмгә балалар йыйған саҡта ошо хаҡта аңлатыу төп бурыстарҙың береһе һанала. Әлбиттә, берҙәм булайыҡ, тип кенә әйткәндән улар бер-береһенә ылығып китә алмай. Бының өсөн сәхнәнән тыш ҡалған буш ваҡытта ла бергә булырға тырышабыҙ. Ғафуриҙа тарихи урындар күп, тәбиғәте лә хозур. Сәйәхәткә сығабыҙ. Төрлө байрамдарҙа сәй табыны ойошторабыҙ, киноларға йөрөйбөҙ. Үҙем районда “Мәргән уҡсы” уҡ атыу ярышын ойошторам. Бейеүсе балалар унда ла теләп йөрөй, үҙҙәрен мәргәнлектә, тапҡырлыҡта һынап ҡарайҙар. Күмәк сәхнәлә бейегәс, уҡыусылар үҙҙәрен башҡалар алдында яуаплы тойорға ла өйрәнә. Бөгөн арыным, ялҡауым килә, тип берәүһе генә күнекмәләрҙе ҡалдырһа, башҡаларҙың тырышыуҙары юҡҡа сыға. Күмәкләшеп сәхнәгә сыға башлаһалар, был хаҡта үҙҙәре лә яйлап төшөнә башлай һәм ғәмһеҙлек, вайымһыҙлыҡ кеүек кире сифаттарҙан арыналар.

Бейеү – сәнғәт өлгөһө генә түгел, ул матурлыҡ, сәләмәтлек билгеһе лә. Арҡаһын төҙ тотоп, күкрәген алға киреп йөрөгән егет һәм ҡыҙҙар ниндәй ғорур, һоҡланғыс! Шул уҡ ваҡытта умыртҡа һөйәген дөрөҫ тотоу  күп ауырыуҙарҙан да аралай. Йәнә башҡорт бейеүе аша рух таратыу – минең төп маҡсатым. Яңы бейеү өйрәнер алдынан уның килеп сығыу тарихын һөйләйем. Көйө менән дә таныштырып китәм. Башҡорт халыҡ милли кейемен кейеп сәхнәгә сығаһығыҙ икән, башығыҙҙы юғары тотоғоҙ, боронғо халыҡтың бер өлөшө икәнегеҙҙе онотмағыҙ, һеҙгә ҡарап тотош милләт хаҡында һығымта яһаясаҡтар, тип ҡабатлап торам.

Күп яңы бейеүҙәрҙе уҡытыусы үҙе һала. “Быҙыбыт”тың элекке репертуарында булғандарын да ҡабаттан сәхнәгә сығаралар. Шулай уҡ рус, татар, үзбәк, мордва, Кавказ халыҡтары бейеүҙәрен дә башҡаралар. Көйҙәрен, костюмдарын да бергәләшеп һайлайҙар. Костюмдар менән күпселек ата-әсәләр ярҙам итә. Шөғөлләнеүселәрҙең араһында башҡа милләт балаларының да булыуы сәнғәттә сиктәр юҡлығын күрһәтә.

Һәләтһеҙ кеше юҡ. Баланың яңы формалашып килгән аңында, теге йәки был кәмселеге тураһында төртөп күрһәтеп, ҡанаттарын ҡайырырға мөмкин. Ғүмере буйы балалар менән эшләгән тәжрибәле бейеүсе быны яҡшы аңлай. Яңы төркөмгә йыйғанда барыһын да ала. Кемдең киләсәктә сәхнәне яуларын ваҡыт күрһәткәнен күп тапҡырҙар һынаған. Шулай ҙа Ғафури төбәгендә күҙҙәре янып, баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған балалар күп. Барыһына ла урын етмәй. Оҫта һәм тәжрибәле бейеүселә шөғөлләнергә теләүселәрҙең ихтыяжына ҡарап, быйыл ул районда түләүле төркөм дә булдырған.

– Йәштәштәремдең күпселеге Себерҙә вахта ысулы менән эшләйҙәр. Мин иһә ситтә йөрөүҙе өнәмәйем. Беҙ тыуған еребеҙҙә кәрәк һәм күкрәк киреп үҙебеҙҙә хеҙмәт итергә тейешбеҙ. Ата-әсәләрҙең һорауы буйынса кистәрен түләүле төркөм менән эшләүем дә ике яҡлап һөҙөмтәле, – ти  бейеү оҫтаһы.

Ғафури районында Илшат Хәтим улының идеяһы менән “Ғафури йондоҙсоҡтары” конкурсы эшләп килә. Бынан биш йыл элек пандемия башланып, барыбыҙ ҙа өйгә бикләнергә мәжбүр булған саҡта, йәш быуындың һәләтен үҫтереүҙең төрлө юлдары тураһында уйлана. Беренсе йыл конкурс онлайн форматта үтә. Уҡыусылар камера алдында бейеп, йырлап, шиғыр һөйләп, төрлө музыка ҡоралдарында уйнап, кем нимәгә маһир икәнлеген күрһәтә. Бейеүсе үҙе спонсорҙар табып, еңеүселәргә өйҙәренә йөрөп бүләктәр ҙә таратып күңелдәрен үҫтерә. Ғөмүмән, ойоштороу һәләте көслө булғас, ул яңынан-яңы идеялар менән янып ҡына тора. Районда “Мәргән уҡсы” клубын ойошторған кеше, уҡтан атыу менән ҡыҙыҡһынған уҡыусылар менән быйыл йыл башында “Төньяҡ амурҙары” тип аталған конкурс та ойоштора. Республиканың төрлө төбәктәренән, халҡының боронғо үткәне менән ҡыҙыҡһынған йөҙҙән ашыу уҡыусы килә унда.

Кәләше Филиә менән өс ҡыҙ үҫтерәләр. Айлина – бәләкәстәр төркөмө солисы. Төрлө республика конкурстарында үҙен һынарға ла өлгөргән. Йәнә атаһынан күрмәксе – уҡтан атыу менән дә ҡыҙыҡһына. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының I А класы уҡыусыһы. Математика, физкультура кеүек фәндәрҙе ярата. Радмила әҙерлек төркөмөнә теләп йөрөһә, ике йәшлек Ралина әлегә өйҙә генә бейей. Ата-әсәһе ҡыҙҙарын шулай бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ итеп, илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләйҙәр.

– Ҡыҙҙарыма шундай шәп атай һайлауыма ҡыуанып бөтә алмайым. Уның кеүек тырыш, талапсан, аҡыллы, бар ерҙә лә алдынғы булып йөрөүенән үрнәк алып үҫәләр. Илшат бит алдына ниндәй маҡсат ҡуймаһын, шуны башҡарып сыға. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, тиҙ генә тормошҡа атҡарып, үҙенекен эшләп ҡуя барыбер. Ҡыҙҙарымда ла шундай һыҙаттар бар. Бигерәк тә Айлинала ныҡ сағыла, шул түңәрәккә барам, бында, тегенеһенә йөрөп ҡарайым, тип үҙенең ҡыҙыҡһыныуҙарын төрлө яҡлап үҫтерергә тырыша. Атаһы менән бергә йөрөп балыҡ тоторға ла өйрәнде хатта, – ти Илшаттың кәләше Филиә.

Ғөмүмән, кәләше лә һайлаған икенсе яртыһына терәк-таяныс була белә. Мөмкинселек сыҡһа, конкурстарға бергә бара һәм сәхнәгә сығасаҡ ҡыҙҙарҙың сәстәрен үреп, биҙәндереп ярҙам итә. Һине ярты һүҙҙән аңлаған, ышанған, башланғыстарыңа көс-дәрт биреп торған кеше яныңда булыуы үҙе бәхет түгелме ни?!

Бейеүселәр күп булһа ла, үҙҙәре белгәнде йәш быуынға өйрәтергә, тормоштарын ошо йүнәлеш менән бәйләргә теләүселәр һирәк. Ир-аттар араһында бигерәк тә. Илшат кеүектәрҙе тотош республика буйлап һанап ҡараһаң, бер нисә генә бөртөктөр.

 

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

 

Башҡорт рухын бейеү аша тарата
Башҡорт рухын бейеү аша тарата
Башҡорт рухын бейеү аша тарата
Башҡорт рухын бейеү аша тарата
Автор:
Читайте нас