Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Мәҙәниәт
30 Мая 2025, 06:00

Башҡортостан Яҙыусылар союзы төҙөкләндерелгән йортҡа ҡайта

III Халыҡ-ара «Китап-байрам» йәрминкәһендә Башҡортостан Яҙыусылар союзының төҙөкләндерелгән бинаһы асыла

Башҡортостан Яҙыусылар союзы төҙөкләндерелгән йортҡа ҡайтаБашҡортостан Яҙыусылар союзы төҙөкләндерелгән йортҡа ҡайта
Башҡортостан Яҙыусылар союзы төҙөкләндерелгән йортҡа ҡайта

III Халыҡ-ара «Китап-байрам» йәрминкәһендә Башҡортостан Яҙыусылар союзының төҙөкләндерелгән бинаһы асыла

“Яҙыусылар йортоноң тәртипкә килтерелеүен дүрт күҙ менән көттөк. 1982 йылдан яҙыусылар йорто булып хеҙмәт иткән бина Өфө ҡалаһының тарихи-мәҙәни ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән. Республикабыҙ башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән ул яңы һулыш алды. Тағы ла бер ҙур ҡыуаныс. Башҡортостан хөкүмәте, беҙҙең языусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтың тырышлығы менән был бина Яҙыусылар союзына бөтөнләйгә бирелде”, - тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев.
Төрлө фекер алышыуҙар, ижади бәхәстәр, әҙәби жанрҙар буйынса секция ултырыштары, шиғыр байрамдары йәштәрҙең ижадын үҫтереүгә киң мөмкинселектәр асыр, тип иҫәпләй аҡһаҡал.
"Бында беҙ йыйылып, ижад итеп, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерә аласаҡбыҙ. Асыу тантанаһы сиктәрендә үҙ сафыбыҙға яңы ағзалар ҙа ҡабул итәсәкбеҙ", - тип хәбәр итте бынан алда Айгиз Баймөхәмәтов.

Автор:
Читайте нас