"Китап-байрам" йәрминкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың «Седые ковыли» тип исемләнгән яңы китабының исем туйы уҙҙы. Китап ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе. Унда шағирҙың рус теленә тәржемә ителгән шиғырҙары, поэмалары ингән. Тәржемәселәр араһында Дим Дәминов, Ғәзим Шафиҡов, Анатолий Майоров һәм башҡалар, шулай уҡ яңы тәржемәселәр шағирҙың ҡыҙы Ләйлә Аралбаева һәм уның туғанының ҡыҙы Гүзәл Мөҡминова ла бар.
"Минең өсөн был күптән көтөлгән китап, йәш автор һымаҡ шатланам, - тине шағир. Был минең рус телендәге икенсе китабым, ә «Гонец» тәржемәләренең беренсе йыйынтығы 40 йылдан ашыу элек 1983 йылда баҫылып сыға. Улар араһында башҡорт телендә бик күп китаптар сыға, ә рус телендәге китапҡа бер нисек тә сират етмәй. Бер ҡасан да китаптан айырылмағыҙ, уҡыған кеше тормошта үҙен ышаныслыраҡ, ҡыйыу, ҡыҙыҡлыраҡ кеше итеп тоя."