Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
19 Июнь 2025, 05:00

Йәп-йәш актер мәрхүм булған

"Бына шундай ғәжәп хәл", - ти Булат роленә актер һайлау тураһында Айнур Асҡаров.

Йәп-йәш актер мәрхүм булғанЙәп-йәш актер мәрхүм булған
Йәп-йәш актер мәрхүм булған

Йәш актер вафат... Габриэль Адисон 10 йәшендә Айнур Асҡаров комедияһында блогер Булат  ролен уйнаны. Бер айҙан һуң уға 15 йәш тулған булыр ине..."Йыл ғаиләһе" фильмының режиссеры Айнур Асҡаров хәбәр итеүенсә, йәш актер фильмдың  ысын йондоҙона әүерелгән. Габриэлдең үлем сәбәбе ауырыу булған, тип белдерә ул. Билдәле булғанса, малай бер ни тиклем ваҡыт Өфөлә  йәшәгән, актерлыҡ оҫталығы менән мауыҡҡан, Мәскәүҙә «Ирбис» театр мәктәбендә шөғөлләнгән.

«Йыл ғаиләһе» комедияһы Өфөлә, Әбйәлил һәм Белорет райондарында төшөрөлә. Фильмдың премьераһы 2021 йылдың сентябрендә булды. "Габриэлды беҙ оҙаҡ эҙләнек, был ҡыҙыҡлы тарих. Беҙ "Из Уфы с любовью“ты төшөргәндә үк, Өфөлә мин лифтта бер малайҙы осраттым, уға алты йәш ине. Ә "Йыл ғаиләһе"н төшөрә башлағанда, хәҙер ул үҫкән һәм тап беҙгә кәрәкле булырға тейеш, тип уйланыҡ. Бөтә Өфөнө айҡап сыҡтыҡ, таба алманыҡ. Мәскәүҙә эҙләй башланыҡ.  Был малайҙы алып килделәр, эшләй башланыҡ. Шунан  уның элек Өфөлә йәшәүе һәм лифтта тап уның менән осрашыуыбыҙ асыҡланды. Бына шундай ғәжәп хәл", - тип һөйләй Булат роленә актер һайлау тураһында Айнур Асҡаров.

 Габриэль Адисон иҫтәлегенә Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Йыл ғаиләһе» фильмы күрһәтелде. Хәйриәгә йыйылған аҡсалар малайҙың ғаиләһенә реләсәк.

 Фото: башинформ

 

.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас