

Бынан егерме биш йыл самаһы элек, телевизорҙан Айһылыу менән Ғайсарҙы күрер өсөн, кистәрҙе көтөп алғанығыҙҙы иҫләйһегеҙме? Тәүге башҡорт сериалы "Ай ҡыҙы"нда Эльмира Юлдашева менән Азат Йыһаншин телевизор ҡараусының йөрәген тәүге сериалдарҙан уҡ арбап алған ине. Актерҙарҙың оҫта уйнауы менән бергә ваҡиғалар барған ауылдың тәбиғәте лә иҫ китмәле матур ине. Бынан егерме биш йыллап ваҡыт үткәс, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Эльмира Юлдашева киноның күп өлөшө төшөрөлгән Белорет районының Асы ауылындағы "тыуған йорто"на, эш сәфәре менән барғанда, янына барып күреп киткән.
"Күптән ошо йорт алдына барып хәтирәләргә бирелеп алғым килә ине. Бөгөн шул яҡҡа юлыбыҙ төшкәс, барып килергә булдым", - ти Эльмира Юлдашева.