+24 °С
Ямғыр


Алдағы алты йылға Башҡортостан яҙыусылар Союзы рәйесе итеп йәнә Айгиз Баймөхәмәтов һайланды. Был ҡарар өсөн бөгөн Өфөлә үткән төбәк йәмәғәт ойошмаһының дөйөм йыйылышында тауыш бирҙеләр. Айгиз Ғиззәт улы коллегаларына күрһәткән ышаныстары өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостан яҙыусылар союзын артабан үҫтереү өсөн бар көсөн һаласағын билдәләне.
Айгиз Ғиззәт улын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ! "Шоңҡар"ҙар.