Шоңҡар
+22 °С
Ясно
Мәҙәниәт
22 Июля 2025, 08:50

Бәхил бул, Рөстәм!

Билдәле скрипкасы һәм дирижер  Рөстәм Сөләймәнов  ваҡытһыҙ арабыҙҙан китте. Мәрүмдең туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Бәхил бул, Рөстәм!Бәхил бул, Рөстәм!
Бәхил бул, Рөстәм!

 

Билдәле скрипкасы һәм дирижер  Рөстәм Сөләймәнов 19 июлдә Ҡырымда ваҡытһыҙ арабыҙҙан китте. Музыканттың үлеменә йөрәк ауырыуы сәбәпсе. Мәйетте алып ҡайтыу һәм ерләү сығымдарын республиканың мәҙәниәт министрлығы үҙ өҫтөнә алды. Музыкантты әсәһенең тыуған яғы Баймаҡ районында ерләйҙәр.

Элекке йылдарҙаСанкт-Петербург дәүләт филармонияһының Академия симфоник оркестры артисы, Башҡорт опера һәм балет театрының симфоник оркестры етәксеһе, Башҡортостан Милли симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры булды. Республика тарихында тәүге тапҡыр Өфө амфитеатрында «Башҡортостанда тыуғандар» симфоник опен-эйрын ойошторҙо, һуңынан был «Евразия йөрәге» фестивален уҙғарыу урынына әүерелде. Лекция-концерттар менән сығыш яһаны, мәҡәләләр яҙҙы, ғүмере буйына музыканан айырылманы.

Өфөнән күсенеп киткәс, Анкара симфоник оркестрында эшләй. Һуңынан үҙенең йәшлеге үткән Санкт-Петербург ҡалаһына ҡайтып, оркестрҙа скрипкала уйнай, шулай уҡ квартет менән сығыш яһай. Камера ансамблдәре составында тыуып үҫкән Өфөһөнә сығыш яһарға килә ине. 2024 йылдың мартында Крокус-Сити-холдағы ҡот осҡос теракттың шаһиты була, шулай ҙа эвакуацияланып өлгөрә.

Әйткәндәй, Рөстәмдең атаһы Сәлих Сөләймәнов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, күп балалы ғаилә башлығы  ине, ул былтыр мәрхүм булды, бейеүсе ҡустыһы  Саръян Сөләймәнов 2019 йылда ваҡытһыҙ арабыҙҙан китте. Апаһы  Ләйсән Мәзитова (Сөләймәнова) тележурналист. 

"Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас