Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
5 Август 2025, 09:56

Ун меңдәр араһында беренсе

"2025 йыл - башҡорт халҡын донъя кимәленә танытыу йылы булды", - тиеүселәр менән килешмәү мөмкин түгел. 

Ун меңдәр араһында беренсеУн меңдәр араһында беренсе
Ун меңдәр араһында беренсе

"Шатлығымдың сиге юҡ! Быға тиклем интернет селтәренә һалмаған фотолар серияһы донъя кимәлендә уҙғарылған Lensculture конкурсында еңеү яуланы. Эштәремде фотограф Гөлнара Самойловаға күрһәткән инем, ул иң яҡшыларын бергәләп һайлашты һәм еңеүгә өлгәштек. Йөҙ егерме илдән ун меңдән артыҡ конкурсант араһында ун дүрт фотографтың эштәре һайлап алынды һәм улар араһында Ильмира Моталова, Нурзилә Сәлихова, Хәмдиә Ҡунаҡҡоловалар менән берлектә эшләгән фотоларыбыҙ киләсәктә  Лос-Анжелестың Getty музейына ҡуйыласаҡ! Өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған ҡомартҡыларҙы тергеҙеп, һандыҡ, һуғылған балаҫтар, башҡорт халҡының кейем өлгөләренән торған фотоларҙы тотош донъя күрәсәк!" - тип үҙенең сәхифәһендә шатлығы менән бүлешә Гөлназ Ҡурамшина. 

Афарин, башҡорт халҡының зыялы, булдыҡлы, оҫта гүзәл заттары! "2025 йыл - башҡорт халҡын донъя кимәленә танытыу йылы булды", - тиеүселәр менән килешмәү мөмкин түгел. 

Фото интернеттан алынды. 

Ун меңдәр араһында беренсе
Ун меңдәр араһында беренсе
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас