Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Мәҙәниәт
21 Августа 2025, 06:40

Журналдың август һаны сыҡты!

Һеҙ "Шоңҡар"ҙы уҡыйһығыҙмы? Оҡшаймы? Тағы ла ниндәй темаларға яҙылған яҙмалар күрергә теләр инегеҙ? 

Журналдың август һаны сыҡты!Журналдың август һаны сыҡты!
Журналдың август һаны сыҡты!

Журналдың был һаны ла уҡыусыларыбыҙ күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ. Тышлыҡтың тәүге битен йәш прозаик Рәзинә Зәйнетдинованың фотоһүрәте биҙәй. “Ғүмер буйы, һиңә рәхәт, тиҙәр...” тигән әңгәмәлә яҙыусының бала сағы, күңел донъяһы, ҡыҙыҡһыныуҙары менән таныша алаһығыҙ. МХО-ла һәләк булған Ғафури батыры Әлтәф Заһиҙуллин, Сөмбөл Юлбарыҫованың олатаһы, Бөйөк Ватан һуғыш ҡаһарманы Лотфый Вәлиев хаҡында иҫтәлектәре тыуған илебеҙ именлеге өсөн үҙен аямаған батырҙар хаҡында бәйән итә. Бәләкәйҙән “Тамыр” телеканалы аша таныш йәш артист Айҙар Исхаҡов хаҡында “Һәр йырымда әйтер һүҙем бар” тигән һүрәтләмәлә танышырға мөмкин. Хисаметдин Исмәғилевтең “Таштүккән – серле ҡулса” тигән романының икенсе өлөшө донъя күрҙе. Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Дауыллы төндә” хикәйәһе лә уҡыусыларҙы уйландырмаҫ ҡалмаҫ.

  Тағы ла нимәләр бар тиһегеҙме? Уныһын журналды ҡулығыҙға алғас күрерһегеҙ.

Журналдың август һаны сыҡты!
Журналдың август һаны сыҡты!
Журналдың август һаны сыҡты!
Журналдың август һаны сыҡты!
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас