Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
3 Сентябрь 2025, 07:44

Гөлсөм Бикбулатованы әрләгәндәр

Уны хатта Ольга Бузова менән дә сағыштырғандар. 

Гөлсөм Бикбулатованы әрләгәндәрГөлсөм Бикбулатованы әрләгәндәр
Гөлсөм Бикбулатованы әрләгәндәр

"Бер ваҡыт “Тинькофф хол”да туҡһанынсы йылдарҙың дискотекаһы уҙҙы. Шунда яурындары ҡанат формаһында итеп ҡабартылған, тубыҡҡа тиклем итәкле күлдәк менән сығыш яһаным. Ҡайһы бер тамашасыға ошо ҡиәфәттә сығыуым оҡшап етмәгән. Социаль селтәрҙә ошо хаҡта байтаҡ ҡына ваҡыт һүҙ барҙы. Хатта Ольга Бузова менән сағыштырыусылар ҙа табылды. “Концерт-дискотекала ундай кейемдә сығыш яһау яҙыҡ түгел”, – тип башта аңлатып ҡараным да, ил ауыҙына иләк ҡаплап булмаясағын аңлап, туҡтаным. Әммә ошо ваҡытта “Юрамағыҙ яҙмышымды” йырының йәнә тексы ҡулыма килеп эләкте һәм Салауат районында йәшәп ижад иткән “Юлдаш” рок-төркөмөнөң етәксеһе Илфат Ямалиев көй яҙып бирҙе. Әйткәндәй, был төркөм менән хеҙмәттәшлек беҙҙең дауам итә. Быйыл Өфөлә үткән концертымдың да сағыу бер биҙәге булдылар. Силәбелә күпселек сығыш яһағас, уларҙы беҙҙең яҡтағы халыҡ бик белеп тә етмәй. Рус телендә йырлаясаҡ йырҙарым өсөн дә улар ҙур өлөш индерҙеләр", - ти йырсы.
Әйткәндәй, Гөлсөм Бикбулатова менән “Самауырҙы йыҡтыҡ”. Йырсы тормошондағы ҡыҙыҡ та, фәһемле ваҡиғалар менән “Шоңҡар” журналының сентябрь һанында таныша алаһығыҙ.

Фото интернеттан алынды. 

Гөлсөм Бикбулатованы әрләгәндәр
Гөлсөм Бикбулатованы әрләгәндәр
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас