

Башҡортса төшөрөлгән кинолар башҡорт мәҙәниәт үҫтереү менән бергә, башҡорт телен һаҡлауға ла ҙур өлөш индерә. Һәләтле режиссер Руслан Юлтаевтың ижады был осраҡта маҡтауға лайыҡ!
Әлеге ваҡытта уның өс фильмы Донецк кинофестивале исемлегенә индерелгән. Конкурста “Блогер”, “Бер роль яҙмышы” һәм “Бетеү” картиналары ҡатнаша. Беренсе халыҡ-ара кинофестиваль 26 сентябрҙә башлана. Ойоштороусылар белдереүенсә, фильмдарҙы жюри ағзалары һәм тамашасылар баһалай. Башҡортостан халҡы тауыш биреүҙә ҡатнаша ала. Фестивалдең Телеграм каналында хуплау һүҙҙәре һәм фекерҙәр ҡалдырырға була. Милләттәшебеҙҙең эшен иғтибарһыҙ ҡалдырмайыҡ!
Фото интернеттан алынды.