Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
11 Сентябрь 2025, 10:35

12 сентябрь - Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө

Һеҙҙең милли кейемегеҙ бармы? Уны йыш кейәһегеҙме? Яҙығыҙ. 

12 сентябрь - Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө12 сентябрь - Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө
12 сентябрь - Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө

Традицион халыҡ кейеме һәр ваҡыт тарихи, этнографик, социологик һәм фәнни күҙлектән йәмәғәтселек өсөн ҡыҙыҡлы булып ҡала, мәҙәниәтебеҙҙең мөһим өлөшө булып тора. Шуныһы шатлыҡлы: милли кейем бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған һәм күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, илһамландыра. Мәҫәлән, күп алдынғы модельерҙар үҙ коллекцияларында халыҡ костюмы элементтарын ҡуллана, хатта уның мотивтары буйынса коллекциялар булдыра. Тағы ла шуныһы: милли кейем менән этнографтар, тарихсылар, сәнғәт белгестәренән тыш, ябай халыҡ та ҡыҙыҡһына: улар араһында милли кейемде тегеүселәр, кейеүселәр, таратыусылар бихисап.

Ғөмүмән, милли кейем – тарихыбыҙҙың, үҙбилдәләнешебеҙҙең сағылышы ул. Был байрамда әүҙем ҡатнашырға, милли кейемдәрегеҙҙе йә иһә уның элементтарын кейергә, бар сағыулығығыҙҙа балҡырға, фотоларығыҙҙы  #МиллиКейемКөнө2025 #ДеньНациональногоКостюма 2025 хештегтар менән шәхси сәхифәләрегеҙҙә ҡуйырға саҡырабыҙ!

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас