Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
11 Сентябрь 2025, 04:00

"Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүен кем ҡуйған?

Һеҙ был хаҡта белә инегеҙме?

"Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүен кем ҡуйған?"Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүен кем ҡуйған?
"Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүен кем ҡуйған?

Хашим Мостаев 1970-1974 йылдарҙа — Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, 1995-2013 йылдарҙа балетмейстер һәм консультант була. 

«1978 йылда барлыҡ дәүләт ансамблдәре конкурсында беренсе урынды яуланыҡ, ә ул һалған «Ҡумыҙ менән бейеү» стилләштерелгән иң яҡшы халыҡ бейеүе өсөн махсус призға лайыҡ булды. Ә конкурстың рәйесе легендар Моисеев ине», — ти Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Гүзәл Әбсатарова.

Хашим Мостаев (1918-2015) — балет артисы, педагог-балетмейстер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, М. Ғафури исемендәге республика премияһы лауреаты, профессиональ балет сәнғәтенә һәм башҡорт халыҡ хореографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ленинград хореография училищеһын тамамлаған, С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрында эшләгән.

Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә «Ҡумыҙ менән бейеү», «Ирәндек», «Азамат», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Сәскә атыусы ҡурай», «Башҡорт вальсы» һәм башҡа бейеүҙәр ҡуйған.

Олег Яровиков фотоһы

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас