Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
15 Октябрь 2025, 17:34

Клипҡа төшөргә ҡасып бара

Венер Камалов гөлләмә онота, актриса самолетта осорға ҡурҡа... Зиләрә Юлтаева “Түҙ йөрәгем” йырына төшөрөлгән клип тураһындағы ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Клипҡа төшөргә ҡасып бараКлипҡа төшөргә ҡасып бара
Клипҡа төшөргә ҡасып бара

Элекке клиптарҙы иҫкә төшөрһәк, улар ябайлығы, сценарийҙарының мәғәнәле булыуы менән үҙенә арбай. Венер Камалов һүҙҙәренә, Рөстәм Ғиззәтуллин көйөнә яҙылған, автор башҡарыуындағы, “Түҙ йөрәгем” йырына төшөрөлгән клип та серлелеге, ябайлығы, беҙҙең халыҡҡа хас һыҙаттары булғаны өсөн бөгөн дә үҙенсәлекле.

“Буласаҡ актрисалар араһында режиссер мине һайлап алды. Беренсе курста ғына уҡып йөрөгән оялсан ҡыҙмын. Етмәһә, уҡытыусыларыбыҙ: “Һеҙ әлегә өлгөрөп етмәгән актрисалар”, - тип төрлө ергә барып төшөүҙән тыйып торалар. Уларға әйтмәй генә ҡасып китергә йөръәт иттем һәм “Түҙ йөрәгем”дә стюардесса – төп геройҙың ғашиҡ булған ҡыҙ ролен уйнаным”, - тип хәтирәләргә бирелә М. Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт театры актрисаһы Зиләрә Юлтаева.

Ҡыҙыҡ хәлдәргә лә осрап бөтәләр. Беренсенән, Зиләрә Юлтаева самолетта ысын осорға тура килер, тип ҡурҡа. Икенсенән, Венер Камалов клип аҙағында уға гөлләмә бүләк итергә тейеш була. Әммә йырсы сәскә алырға онотоп килә. Ул ваҡытта әлеге шикелле махсус килтереп биреүҙәр булмай. Ике көнгә ваҡытлыса ҡуртымға алынған самолеттың ваҡыты ла үтеп барыуын иҫәпкә алып, ул йырҙағы “һөйгәненә” бер яһалма сәскә генә бүләк итә. Өсөнсөнән, Зиләрә Юлтаева өсөн был тәүге телевидениеға төшөү тәжрибәһе булыу менән бергә, мөхәббәт сәхнәләрен дә беренсе тапҡыр уйнай. Ул ваҡытта танылыу алып өлгөргән Венер Камаловтың күҙҙәренә ояла-ояла ғына ҡарай. Биҙәнгән ҡыҙҙан, оялған ҡыҙ матур, тигәндәре, был осраҡта ла дөрөҫкә сыға. Буласаҡ актрисаның образы нәфис, һөйкөмлө, ысынлап та, ир-егеттәрҙе ғашиҡ итерҙәй гүзәл зат булып сағылыш таба ала.

Клипҡа төшөргә ҡасып бара
Клипҡа төшөргә ҡасып бара
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас