-8 °С
Болотло
Донъяға бәпәй ауаз һала! Атай-әсәй өсөн ошонан да оло бәхеттең булыуы мөмкин түгел. Бөгөн Өфөлә йәшәүсе Кәбировтар ғаиләһенең дә шатлығы сикһеҙ. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Артур Кәбиров менән Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Регина Кәбироваларҙың ғаиләһе ишәйҙе – ҡыҙҙары тыуҙы. Кәбировтарҙы бәхетле миҙгелдәре менән ысын күңелдән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, сабыйҙың атай-әсәйле булып үҫеүен теләйбеҙ. “Шоңҡар”ҙар.