Рәсәй Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында төшөрөлгән "На краю" исемле яңы детектив веб-сериал кибермутлашыуға ҡаршы көрәштең көнүҙәк темаһына арналған.
Төп героиня Аня һәр саҡ енәйәттәрҙе тикшерергә хыяллана. Хыялы бер мәл тормошҡа аша. Ләкин ысын енәйәтселәр - Агата Кристи китаптарындағы кеүек түгел. Улар сәләмдәр ҡалдырмай һәм ҡағиҙәләр буйынса уйнамай...
Сериал енәйәт һәм административ эштәр мотивтары буйынса төшөрөлгән. Енәйәтселәрҙең граждандарҙы деструктив ғәмәлдәргә йәлеп итеү механизмдарын аса һәм аудиторияла һанлы коммуникацияларҙы ҡулланыу менән бәйле хәүефтәрҙе тотороҡло аңлатыуҙы тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Фото интернеттан алынды.