Шоңҡар
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ноябрь , 12:33

Бер юлы ике еңеү!

Беҙҙең ҡыҙҙар үҙҙәре лә йәшмәләй!

Бер юлы ике еңеү!
Бер юлы ике еңеү!

Республикала “Гүзәл данс” бейеү студияһы тураһында күптәр уларҙы күреп тә, ишетеп тә беләлер. Төрлө сараларҙың биҙәге генә түгел улар. Үҙҙәрен төрлө конкурстарҙа күрһәтәләр ҙә.  15 – 17 ноябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Нева йәшмәләре” тигән Халыр-ара хореография конкурс-фестивалендә бер юлы ике йүнәлеш буйынса Гран-при яулайҙар! Ун өс һәм ун биш йәшлек ҡыҙҙар “Торналар” һәм “Ритайым” тип аталған башҡорт халыҡ бейеүен башҡара.

Студия етәксеһе Исламғолова Гүзәл Рәшит ҡыҙын, хореографтар Сизых Миләүшә Фәнил ҡыҙын, Ермакова Гүзәл Илгиз ҡыҙын, Исҡужина Нәркәс Фәнил ҡыҙын был сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Бер юлы ике еңеү!
Бер юлы ике еңеү!
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас