-8 °С
Болотло
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры актрисаһы Ләйсән Кәримоваға “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде!
Оло награданы артисткаға Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте Башлығы вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев тапшырған.
Береһенән-береһе сағыу, ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырып тамашасын күңелен яулаған актрисаны ҡотлайбыҙ! Яңынан-яңы үрҙәр, сағыу образдар теләйбеҙ.
Фото интернеттан алынды.