Шоңҡар
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Декабрь , 16:45

"Китап" нәшриәте бик шәп акция үткәрә

Бында көй менән һүҙ осраша, ә китап батшалығында яратҡан йырҙар йәнләнә! 11 декабрь көнө китап һөйөүселәр башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштарын ишетә һәм күрә ала, улар үҙҙәренең ижады менән генә уртаҡлашып ҡалмаҫ, ә яратҡан китаптары тураһында ла һөйләр.

"Китап" нәшриәте бик шәп акция үткәрә
"Китап" нәшриәте бик шәп акция үткәрә

“Китап” нәшриәте магазинының  осрашыуҙар майҙансығында Башҡорт теле көнө алдынан “Китап һөйөүселәр” тип аталған үҙенсәлекле акция үтә. Ул билдәле йырсыларҙы һәм китап һөйөүселәрҙе берләштерә.

Ҡыҙыҡлы факт: “Китап”тағы тере тауыш” форматы магазин ҡунаҡтары әйткән теләктәргә бәйле барлыҡҡа килгән. “Китап” нәшриәте әҙерләгән уникаль байрамдың нигеҙенә тап ошо идея һалынған. Бында көй менән һүҙ осраша, ә китап батшалығында яратҡан йырҙар йәнләнә!

11 декабрь көнө китап һөйөүселәр башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштарын ишетә һәм күрә ала, улар үҙҙәренең ижады менән генә уртаҡлашып ҡалмаҫ, ә яратҡан китаптары тураһында ла һөйләр.

Был көндө “Китап” майҙансығында ошо артистар сығыштары менән ҡыуандырыр:

сәғәт 12.00 – “Бүреләр” төркөмө һәм уның солисы Илшат Абдуллин;

– 14.00 – Рөстәм Ғиззәтуллин;

– 16.00 – Лиана Хәбибуллина;

– 17.00 – Baby Ti;

– 20.00 – “Дәрүишхан”, солисы – Ринат Зарипов

Кисәне танылған алып барыусы Ильяс Батыргәрәев алып бара.

Проекттың авторҙашы, Р.Ғарипов исемендәге 1-се РБГИ директоры Илнур Сәлихов китап майҙансығының айырым ролен ошолай тип билдәләй:

– Әлеге көндә “Китап” магазины ул кәштәләге тауар ғына түгел. Ул Өфө халҡын үҙенә әйҙәп торған мәҙәни майҙансыҡҡа әйләнде. Уны мауыҡтырғыс саралар менән байытҡы килә, был уҡыуға һөйөүҙе тергеҙергә, шулай уҡ яңы әҙәби офоҡтарҙы асырға ла ярҙам итер ине.

Был көндө “Китап” магазинына килгәндәр “тере” тауыш менән башҡарылған йырҙар тыңлай, артистар менән яратҡан китаптар тураһында һөйләшә, автографтар ала һәм, 500 һумдан да кәм бумаған суммаға китап һатып алған осраҡта, еңелеүһеҙ лотерея уйнатыуҙа ҡатнаша ала.

 “Китап” нәшриәтендә баҫылған китаптарға ул көндө махсус ташламалар ҙа ҡаралған.

Шулай итеп, 11 декабрь көнө “Китап” нәшриәте магазины өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын ҡыҙыҡлы, йәнле сараға көтә! Ул сәғәт көндөҙгө 12-лә башлана.

Мәғлүмәт, фото – ойоштороусыларҙан.

 

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас