ҠАРАҒАС
Ришат Миндийәровтың яҡты иҫтәлегенә
Беҙ мәктәптә һүрәт төшөрәбеҙ -
Унлар ырыуының ағасын.
"Гунны" атлы ғәййәр бер ҡәүемдең
Тарих тапҡан бында тамғаһын.
Ошо ергә килеп төпләнгәндәр,
Орандары һеңгән тупраҡҡа.
Унлар тамған башҡорт донъяһына -
Ул дәүерҙән күпме һыу аҡҡан!
Ҡариҙелдең урманы ла һәр саҡ
Ғәскәреләй унлар халҡының.
Көслө ҡәүем тарихын мин бөгөн
Улы йөҙҙәрендә уҡыным.
Бағаналай ошо ҡарағастар
Милләтенә терәү бөгөн дә.
Рух ҡеүәтен билдәләгән ирҙәр
Шөкөр, тыуып тора илемдә.
...Киҫкен елдән урман иңрәп ҡуйҙы,
Дәү ҡарағас ауҙы аҡ ҡарға.
"Ул - көрәшсе!" тигән яҙыу ҡалыр
Тарихнамә тигән диуарҙа.
...Беҙ мәктәптә һүрәт төшөрәбеҙ -
Унлар ырыуының ағасын.
Ожмах түрҙәрендә Ул да теркәр
Башҡортомдоң батыр тамғаһын.
Лариса Абдуллина.