Шоңҡар
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Декабрь , 10:04

"Өмөтлө ҡәләм" өмөттө нығыта

"Гөлнур Яҡупованың хеҙмәт биографияһы тыуған ерендә башланған, ул район гәзитендә 17 йыл эшләп киткән, бөгөн дә йәнтөйәге менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй", -  тип билдәләне район хакимиәте  башлығының урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова "Өмөтлө ҡәләм" тантанаһында һәм күренекле яҡташтарына "Ғафури районының почетлы гражданины" таныҡлығын тапшырҙы. Ҡотлайыҡ хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙҙе был мәртәбәле баһа менән!

"Өмөтлө ҡәләм" өмөттө нығыта
"Өмөтлө ҡәләм" өмөттө нығыта


Башҡортостандың Халыҡ яҙыусыһы Гөлнур Яҡупова тыуған районы Ғафуриҙа 25 йыл буйы мәктәп балалары араһында "Өмөтлө ҡәләм" тип аталған ижад бәйгеһе алып бара.Уҙған йомала район мәҙәниәт һарайында бәйгенең юбилей байрамы уҙғарылды, унда район хакимиәте, мәғариф бүлеге етәкселәре, уҡытыусылар, бәйгелә еңеүсе уҡыусылар йыйылды. Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы  "Өмөтлө ҡәләм" лауреаттарына премиялар тапшырҙы, төрлө номинацияларҙа еңеүселәр ҙә бүләкләнде.

Байрамда Ғафури районынан сыҡҡан билдәле яҙыусылар Венер Исхаҡов,Рәйлә Сабитова, Рәзинә Зәйнетдиновалар, бәйгене даими бағыусы "Аманат" журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Яҡупова ҡатнашты.

"Гөлнур Яҡупованың хеҙмәт биографияһы тыуған ерендә башланған, ул район гәзитендә 17 йыл эшләп киткән, бөгөн дә йәнтөйәге менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй", -  тип билдәләне район хакимиәте  башлығының урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова "Өмөтлө ҡәләм" тантанаһында һәм күренекле яҡташтарына "Ғафури районының почетлы гражданины" таныҡлығын тапшырҙы. Ҡотлайыҡ хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙҙе был мәртәбәле баһа менән!

 

"Өмөтлө ҡәләм" өмөттө нығыта
"Өмөтлө ҡәләм" өмөттө нығыта
"Өмөтлө ҡәләм" өмөттө нығыта
"Өмөтлө ҡәләм" өмөттө нығыта
Автор: Венер Исхаков
Читайте нас