+1 °С
Болотло
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Ҙур һәм татыу ғаилә йылы саралары планын әҙерләргә ҡушты.
– 2026 йылды беҙ Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан иттек, саралар планы кәрәк. Рәсәй президенты 2026 йылды Халыҡтар берҙәмлеге йылы тип билдәләне, – тине республика етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров республика халҡын Яңы йыл менән ҡотланы һәм 2026 йылды ғаиләләргә бағышларға тәҡдим итте.
Ләйлә Аралбаева