Оҙайлы ауырыуҙан һуң шағирә Таңһылыу Ҡарамышева 78-се йәшендә арабыҙҙан китте. Таңһылыу Фаяз ҡыҙы 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Таңһылыу Ҡарамышева 1948 йылдың 3 мартында Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Хеҙмәт юлын «Башҡортостан ҡыҙы» журналында башлай. Артабан СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып алты йыл эшләй. «Ленинсы», «Башҡортостан пионеры», «Һәнәк», «Ағиҙел» журналдарында ла эшләй. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында «Йәшлек» гәзитен ойоштороуға күп көс һала, мөхәррир урынбаҫары була. Артабан «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең яуаплы сәркәтибе вазифаһын да алып бара. Таңһылыу Фаяз ҡыҙы 1993 йылда йәштәр журналы «Шоңҡар»ҙы ойоштороп сығарыуҙа ҡатнаша, 1994 йылдан баҫманың беренсе баш мөхәррире була.
Халҡыбыҙҙың талантлы ҡыҙы хаҡында йылы иҫтәлектәр күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр. Мәрхүмә менән бәхилләшеү 27 февралдә Туймазы ҡалаһында үтә.
Китаптары: