Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Март , 18:47

Ауыл ҡотон һаҡлаусылар

 Уҡырға ла, эшләргә лә бер ваҡытта ла һуң түгел.

Ауыл ҡотон һаҡлаусылар
Ауыл ҡотон һаҡлаусылар

Кисә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Лоҡманова Дания Риф ҡыҙы – Ғафури районының Ибраһим ауылы мәҙәниәт йортонда мәҙәни яҡтан ойоштороусы булып эшләй. Бер юлы Стәрлетамаҡ сәнғәт техникумында ситтән тороп белем дә ала.

“Уҡырға һәм эшләргә бер ваҡытта ла һуң түгел. Ауылда, районда үткән сараларҙың уртаһында ҡайнайбыҙ. МХО-ға гуманитар ярҙам да йыябыҙ. Балаларҙың һәләттәрен асыуға ла булышлыҡ итәбеҙ. Өлкәндәр менән дә эшләйбеҙ”, - ти ул.

Ауылдарҙың ҡотон һаҡлаусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен үтеп киткән байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Күңелдәрендә һүнмәҫ дәрт, рух теләйбеҙ.

Ауыл ҡотон һаҡлаусылар
Ауыл ҡотон һаҡлаусылар
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас