Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы студенттары бөгөн Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) менән осрашты. Академия лекторийындағы инде ғәҙәткә инә барған сираттағы аралашыу “Хыялығыҙҙан баш тартмағыҙ” тип аталды. Сараны академия етәксеһе Азат Шамил улы Баҙранов үҙе ифрат йәнле итеп алып барҙы. Йырсының ижадына булған ҡарашын, ихтирамын, ҡасандыр эш сәфәре менән бергәләп Үзбәкстанға барыуҙары, шул мәлдә үк башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙон сит ерҙәрҙә лә урамда таныуҙары хаҡында телгә алды.
Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) – ябай ғаиләнән сыҡҡан, үҙенең һәләте, тырышлығы арҡаһында юғары уңыштарға ҡаҙанған шәхес. Ун ике йәшендә атаһының үлеүе, сәнғәттә тәүге аҙымдарын эшләргә әсәһенең, уҡытыусыларының ярҙамы, ике йыл эсендә ике альбом сығарып, ун дүрт – ун биш йәшендә башҡорт эстрадаһында үҙенең исеме сығыуы тураһында һөйләне. Ғаилә хәле хаҡында ла әйтеп китте. Баҡһаң, йырсыға кейәүгә сыҡҡансы мәҙәниәт менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмаған кәләше хәҙер уның командаһында эшләп йөрөй икән.
“Мине танынылар, мине беләләр, тип кенә эшләүҙән туҡтамағыҙ. Хыялығыҙҙан бер ваҡытта ла баш тартмағыҙ”, - тине егәрле ижадсы.