Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Март , 22:45

Бәхил булығыҙ, Лира Фәхри ҡыҙы!

 «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы дикторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Лира Фәйзуллина баҡыйлыҡҡа күсте. Мәрхүмәнең  ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. "ШОңҡар"ҙар. 

Бәхил булығыҙ, Лира Фәхри ҡыҙы!
Бәхил булығыҙ, Лира Фәхри ҡыҙы!

Өфөлә 91-се йәшендә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы дикторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Лира Фәйзуллинаның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. 

Лира Фәхри ҡыҙы БАССР-ҙың Красноусол районы Сәйетбаба ауылында (Башҡортостандың Ғафури районы) тыуған. 1956 йылда Өфө педагогия училищеһын тамамлаған. Шул саҡта дикторҙар конкурсында һайлап алыу турын үтеп, тәүге тапҡыр радиоэфирға сыға. Башҡортостан радиоһы ул ваҡытта Үҙәк почтамт бинаһында урынлашҡан була, бөтә тапшырыуҙар тура эфирҙа алып барыла, дикторҙарға ла юғары талаптар ҡуйыла. Телмәр мәҙәниәтенең юғары булыуы, матур тембрлы тауыш, һөйкөмлөлөк һәм артистизм Лира Фәйзуллинаға популяр алып барыусыларҙың береһе булырға мөмкинлек бирә.

Лира Фәйзуллина 40 йылға яҡын диктор булып эшләй. Өфө сәнғәт училищеһын, Гөлли Мөбәрәкова һәм Ғабдулла Ғиләжев курсын, Мәскәүҙә дикторлыҡ курстарын тамамлай, унда күренекле дикторҙар Юрий Левитан, Ольга Высоцкая, Людмила Кайгородованың лекцияларын тыңлай.

Радиола Лира Фәхри ҡыҙы яңылыҡтар уҡый, «Ата-әсәләр өсөн тапшырыу» рубрикаһын, «Ауыл хужалығы» радиожурналын, мәғлүмәт-сәйәси, балалар тапшырыуҙарын, байрам сараларынан тура трансляциялар алып бара, радиоспектаклдәрҙә ҡатнаша. Телевидениела балалар өсөн «Асыҡ ишек» тапшырыуы алып барыусыһы була. «Туй» телефильмында төшә («Баштелефильм», 1970).

Хушлашыу иртәгә, 1 апрелдә, иртәнге сәғәт 10-да Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 7 адресы буйынса уҙа. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-31/v-ufe-ushla-iz-zhizni-legenda-bashkirskogo-radio-i-televideniya-lira-fayzullin-4633798

 

Фото: «Башкортостан» ДТРК-һы | МАХ

 

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас