Шоңҡар
+14 °С
Облачно
Мәҙәниәт
30 Апреля , 07:05

“Шоңҡар”ҙың апрель һаны сыҡты!

Әйткәндәй, 2026 йылдың яртыйыллығына журналға яҙылыу бара. Яратҡан баҫмағыҙҙан айырылмағыҙ. Атай-әсәйҙәрегеҙгә, яҡындарығыҙға “Шоңҡар”ҙы яҙҙырып, бына тигән бүләк эшләй алаһығыҙ.

“Шоңҡар”ҙың апрель һаны сыҡты!“Шоңҡар”ҙың апрель һаны сыҡты!
“Шоңҡар”ҙың апрель һаны сыҡты!

Ғәжәп, үҙенсәлекле йәштәребеҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Тышлыҡты был юлы үҙе эшҡыуар, үҙе йырсы, рус егете булһа ла, тырышып башҡортса өйрәнгән Валерий Назаров биҙәй. Зөһрә Хәкимованың “Тиҙҙән еңеү менән ҡайтырбыҙ!” тигән мәҡәләһендә Әбйәлилдең батыр егете Илдар Камалов хаҡында уҡырһығыҙ. Логопед Гөлназ Иҙелбаеваның кәңәштәре бөгөн бала үҫтергән, кескәйенең теле насар асылған ғаиләләргә ҙур ярҙам булыр тип ышанабыҙ. Башҡортстандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова “Рәшит Назаров минең ағайым ине” тигән яҙмаһында шағир менән хат алышыуы, хәтирәләре менән уртаҡлаша. Талантлы, моңло йырсы  Зөбәйҙә Ҡоломбәтованы ни өсөн “Юлдаш-хит”, “Башҡорт йыры” конкурстарында финалға үткәрмәгәндәр?  Рәзинә Урманшина йырсы  менән ойошторған әңгәмәлә ошо һәм башҡа күп нәмәләр хаҡында белерһегеҙ.  

Шиғриәт һөйөүселәр Зөлфирә Ҡарағужинаның бер шәлкем шиғырҙарын уҡып ҡыуаныр.

      Матур йолаға тоғро ҡалып, был һанда ла әҙәби әҫәрҙәргә мул урын бирелгән. Рәйсә Иҫәнбаеваның “Мөхәббәт ҡорбаны” тигән повесы күптәрҙе уйланырға мәжбүр итәсәгенә шик юҡ. Зәйтүн Дәүләтбирҙиндың, Рәзилә Ырыҫҡужинаның, Зөлфиә Басирҙың, Гөлнур Ҡыуатованың хикәйәләре донъя күргән. Тағыламы? Ҡалғанын журналдың үҙен ҡулығыҙға алғас күрерһегеҙ.

Әйткәндәй, 2026 йылдың яртыйыллығына журналға яҙылыу бара. Яратҡан баҫмағыҙҙан айырылмағыҙ. Атай-әсәйҙәрегеҙгә, яҡындарығыҙға “Шоңҡар”ҙы яҙҙырып, бына тигән бүләк эшләй алаһығыҙ.

“Шоңҡар”ҙың апрель һаны сыҡты!
“Шоңҡар”ҙың апрель һаны сыҡты!
“Шоңҡар”ҙың апрель һаны сыҡты!
“Шоңҡар”ҙың апрель һаны сыҡты!
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас