Шоңҡар
+25 °С
Облачно
Мәҙәниәт
7 Мая , 17:20

"Йыр – күңелгә дауа, һағыштарҙы тарата торған, ышаныс биргән тылсымлы көс ул"

– Ике яҡтан да туған­дарым – сәнғәткә ғашиҡ, дәрт-дарманлы, һәләтле кешеләр. Атайымдың атаһы – олатайым Зәки бик тә моңло кеше булған, гармунда ла, аккордеонда ла, скрипкала ла, мандолинала ла өҙҙөргән. Ғөмүмән, уларҙың ғаиләһе элек-электән гармунсылар булараҡ билдәле. Әсәйем яғынан да шулай моңло, йыраусы туғандар бихисап. Әсәйем­дең әсәһе – Сәкинә өләсәйем оҙон көйҙәрҙе йөрәккә үтеп инерлек итеп, бик матур башҡарҙы. Шуға ижади булмыштың нигеҙе ике яҡтан да һалын­ғандыр, тип уйлайым. 

"Йыр – күңелгә дауа, һағыштарҙы тарата торған, ышаныс биргән тылсымлы көс ул""Йыр – күңелгә дауа, һағыштарҙы тарата торған, ышаныс биргән тылсымлы көс ул"
"Йыр – күңелгә дауа, һағыштарҙы тарата торған, ышаныс биргән тылсымлы көс ул"

 

Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡмановты бәғзеләр моңло тауышлы йырсы, һәләтле актер тип таныһа, икенселәр уны үҙ йүнәлеше, стиле булған режиссер булараҡ белә. Беҙгә иһә уның менән Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика художество гимназияһында, билдәле башҡорт рәссамы, башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ҡасим Дәүләткилдеевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһендә яҡынданыраҡ танышыу форсаты тейҙе. Ул гимназия уҡыусылары менән ошо кисә өсөн махсус рәүештә мәшһүр башҡорт рәссамының бала саҡ һәм үҫмер йылдары тураһында театрлаштырылған тамаша әҙерләгәйне. Кисә ғәжәйеп тәрән мәғәнәле, сағыу, күңелгә үтеп инерлек килеп сыҡҡайны: йәш актерҙар составы, декорациялар, костюмдар, музыка ла уңышлы һайланған. Быларҙың бөтәһе лә рәссамдың ҡатмарлы яҙмышы, уны һынауҙар һындырмауы хаҡында йәнә бер уйланырға мәжбүр итте һәм ошо ҡаршылыҡтар бөйөк рәссамдың рухын сыныҡтырыуын, ижади ҡеүәтен нығытыуын  иҫбатланы. Икенсе яҡтан, был тамаша сағыу булмышлы сәхнә әһеле, режиссер Илнур Лоҡмановты ла бөтөнләй башҡа юҫыҡтан асыу мөмкинлеген бирҙе. Форсат сыҡҡанда, уның менән ижад, милли асыл, рухиәт нигеҙҙәре һәм башҡа ҡыҙыҡлы, мөһим төшөнсәләр хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Илнур, һине төрлө яҡлы сағыу шәхес булараҡ беләбеҙ. Мәгәр үҙең хаҡында ни әйтер инең? 

– Һөнәренә мөкиббән ғашиҡ булған, шул һөнәргә тоғро хеҙмәт иткән, үҙ юлын, йүнә­ле­шен тапҡан, туплаған белем-ғилемен тирә-яҡҡа таратҡан, тыуған ерен, туған хал­ҡының моңон, телен яратҡан һәм ошо рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, үҫтереү, таратыу йәһә­тенән хәленән килгәнсә көсөн һалған бер ябай ижадсы мин. Икенсенән, Учалы райо­нының Комсомол ауылында тыуып, Абҙаҡ ауылында үҫкән ябай бер ауыл малайымын.

– Ижади булмышыңдың тамырҙа­ры ҡайҙан? Үҙең әйтмешләй, нисек ябай ауыл егете республика сәхнә­ләрен яуларға ниәтләне, ҡайҙан илһам, дәрт-дарман алды? 

– Ике яҡтан да туған­дарым – сәнғәткә ғашиҡ, дәрт-дарманлы, һәләтле кешеләр. Атайымдың атаһы – олатайым Зәки бик тә моңло кеше булған, гармунда ла, аккордеонда ла, скрипкала ла, мандолинала ла өҙҙөргән. Ғөмүмән, уларҙың ғаиләһе элек-электән гармунсылар булараҡ билдәле. Әсәйем яғынан да шулай моңло, йыраусы туғандар бихисап. Әсәйем­дең әсәһе – Сәкинә өләсәйем оҙон көйҙәрҙе йөрәккә үтеп инерлек итеп, бик матур башҡарҙы. Шуға ижади булмыштың нигеҙе ике яҡтан да һалын­ғандыр, тип уйлайым. 

Ә республика сәхнәләрен яулайым тигән ниәтем булманы. Ғөмүмән, мине күптәр сәх­нә әһеле, артист тип белһә лә, үҙемдең тә­ғә­йенләнешемде икенсе ғәмәлдә – Аллаһы Тәғәләнән бирелгән илаһи көстө, белем-зиһенемде киләһе быуынға таратыуҙа күрәм. Ғөмүмән, Ҡөрьәндә лә яҙылған – белемеңде үҙеңдә ҡалдырма, ул саҡ ҡына, энә осондай булһа ла, башҡаларға тарат, файҙа килтер, тип әйтелгән. Шуға күрә мин балалар, студенттар менән эшләйем. Улар үҙҙәрен, һәләттәрен асып, рухи яҡтан үҫешә алһын, тормош ҡиммәттәрен төшөнһөн, сыныҡһын тип тырышам. Ғөмүмән, туған телемә, мәҙә­ниәтемә тоғро ҡалып, телебеҙҙе, илебеҙҙе, халҡыбыҙҙың рухын күтәреүгә үҙ өлөшөмдө индерә алам икән, шунан да мөһимерәк төшөнсә юҡтыр минең өсөн. Үҙ мәнфәғәтемә хеҙмәт итеү тигән уйым юҡ, дөрөҫ аңлағыҙ, был миңә кәрәкмәй ҙә. Иң мөһиме – Аллаһы Тәғәлә, намыҫым алдында саф булып ҡалыу һәм белемемде таратыу, сәскән емештәргә ҡарап, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереү.
Ғөмүмән, кешенең уй-ниәте саф икән, ул донъяла ҡалдырған эҙҙәр ҙә яҡты була. Үҙемә ҡалһа, йүнәлеш таптым – балалар, студенттар менән хеҙмәттәшлек итәм, театр­ҙа ла төп эшем менән шөғөлләнәм, ижади эҙләнеүҙәр нигеҙендә яңы сағыу образдар булдырырға, һәр саҡ режиссерҙы ла аңлап-ишетеп, ролемде ентекләп анализларға, еренә еткерергә тырышам. Һәр саҡ халҡы­быҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә мөрәжәғәт итәм, ижади материалды ентекләп өйрәнәм. 

– Улайһа, ошо урында шәхси та­лап­тарың, тәрбиәүи нигеҙҙәр, улар­ҙың әһәмиәте хаҡында ла һөйлә әле.

– Шәхси талаптарға килгәндә, насар уйҙарҙан йыраҡ торорға, кеше тураһында гел яҡшы фекер йөрөтөргә, яман уйҙар башҡа килгән хәлдә лә, шул яманлыҡты яҡшыға борорға тырышам. Тап ошо осраҡта ғына илһам да, дәрт тә, дарман да килә. Һәр саҡ яҡшылыҡҡа инанам, ынтылам, тормош нигеҙен дә тап яҡшылыҡта күрәм. 
Тағы бер ҡағиҙә – кешеләрҙең эшендә бөтөнләй эшем юҡ. Үҙ юлым бар, шуның буйынса бара бирәм. Миҫал өсөн, балалар, студенттар менән эшләгәндә, уларға аңла­йышлы стилдә сценарий яҙып, үҙебеҙ уны анализлап, сәхнә әҫәре ҡуйған осраҡта, был балалар өсөн күпкә фәһемле була һәм фә­ҡәт балалар мәнфәғәтендә башҡарыла. Минең маҡсат тап шунда – йәш быуын вәкилдәренең уй-фекерҙәрен белеү, улар менән уртаҡ тел табыу, уларҙың аң-даирәһен үҫтереү, шунан сығып һығымта яһау. Заман балалары шул тиклем алдынғыса фекерләй, сағыу идеялары шундай күп, хатта уйҙарына ҡайһы саҡта эйәреп тә булмай. Тәүге сиратта уларҙы тыңларға, ишетергә һәм бергә эшләй белергә кәрәк, тип уйлайым. 

Ҡайһы саҡта хәҙерге заман балаларын үҙебеҙҙең осор үҫмерҙәре менән сағыш­тырам. Беҙҙең класта уҡыған малай һәм ҡыҙҙар тәртипле булды, бер кемгә лә эйәр­мәнек, ҡыланманыҡ, шашманыҡ. Беҙ аныҡ маҡсаттарға ынтылдыҡ, аныҡ йүнәлештәр табырға тырыштыҡ. 

Унан тыш, иң тәүҙә тәрбиә атай менән әсәй­ҙән килә. Беҙҙең ғаиләлә тәртип шул тиклем көслө булды. Атайым – һөнәре буйынса механик, тип әйткәйнем, унан тыш, Комсомолда ул йәштәрҙе механика буйынса уҡытты, һөнәри әҙерлек курсын алып барҙы. Шулай итеп, белгәнеңде өйрәтеү, уҡытыусы һөнәренә илтифат итеү һәләте атайымдан киләлер. Ул бәләкәйҙән үк мине дәрестәренә йөрөтөр ине. Егеттәргә ҡарата бик талапсан булды, белемде яҡшы үҙләштереүҙәрен теләр ине. Әйткәндәй, миндә техникаға ҡара­та һөйөүҙе нәҡ атайым уятты. “Һине беренсе тапҡыр бер йәш тә ике айлыҡ ҡына сағыңда “Т-25” тракторына ултыртып йөрөттө, – тип әйтә ине әсәйем. Техниканы шул тиклем яратам. Сәхнәнән арып китһәм, илһам һүнә башлаһа, техника янына йүгерәм, йәһәт кенә май, солярка, бензин менән булышам. Күңелдә иҫ киткес рәхәтлек хисе тоям, бар булмышым ял итә шундай мәлдә. 

– Репертуарыңда – тиҫтәләрсә роль. Тамашасы үҙеңде актер булараҡ белә, ярата, фәҡәт һинең өсөн спектаклгә барған көйәрмәндәрең дә бар. Ә режиссер сифатында үҙеңде тәүге тапҡыр ҡасан һынап ҡараның? 

– Сәхнәлә тыуҙырған образдарым йөҙҙән ашты – был да минең булмышымдың бер халәте. Режиссер була­раҡ иһә үҙемде тәүге тапҡыр ҡасан таныға­нымды аныҡ ҡына әйтә алмайым. Әсәйем Гөлшат Лоҡманова, Стәрлетамаҡ мәҙәни- ағартыу техникумында уҡып сығып, күп йылдар Комсомол ауылында мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшләне. Үткән быуаттың 80-се йылдарын күҙал­лайһығыҙ бит инде: сәхнәлә төрлө тамаша, спектаклдәр ҡуйған­дар, автобустарға тейә­леп, агитбригада менән ауыл артистары район буйлап сығып киткән... Ғөмүмән, колхоз-совхоз­дарҙағы мәҙәни тормош гөрләп торған. 

Атайым Флүр Зәки улы, 1978 йылда Бәләбәй техникумын тамамлап, Комсомолда механик булып эшләгән, бер ни тиклем ваҡыттан һуң әсәйем менән ғаилә ҡорғандар. Йәш белгестәрҙең береһе ауылдың мәҙәни тормошо уртаһында ҡайнаһа, икенсеһе хужалыҡтың алдынғы белгесе булған. 

Әсәйемдең ижади һәләтенә килгәндә, ул фантазияға хәтәр бай, тәрән фекерләүсе кеше ине (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән мәрхүм инде). Режиссерлыҡ таланты ла унан килә. Хәтеремдә, әсәйем, сәхнәлә үк сценарийҙы үҙгәртеп, үҙенсә яҙа торғайны. Мин дә сценарийҙарҙы ултырып яҙмайым, сәхнәлә яҙам, эш барышында килгән уй-фекерҙәрҙе теркәп ҡуйырға тырышам. 

Режиссер булараҡ тәүге эшемә килгәндә, 2007 йылда күп һөнәрле колледжда уҡыу­сылар менән “Башҡорт йолалары”н сәхнә­ләштергәйнек. Был – тәүге рәсми эшем, тип билдәләргә була. Әммә уның нигеҙе йыра­ғыраҡҡа, бала сағыма ҡайтып ҡала. 

Ябай ауыл малайы булһам да, бәләкәйҙән янып йәшәнем. Йөрәк түрендә әллә ниндәй хыял-фантазиялар ҡайнар ине. Абҙаҡ урта мәктәбендә уҡығанда, үҫмер саҡта, ауылға килгән бер генә концерт-тамашаны ҡалдыр­маҫҡа тырыштым. Уларҙы ҡарап уйлай тор­ғайным: “Ай-һай, дөрөҫ йырламай бит былар! Былайыраҡ йә тегеләйерәк итһәләр, яҡшы­раҡ булыр ине. Сәхнәлә үҙ-үҙҙәрен то­тош­тары ла килешеп етмәй. Эх, бейеү­селәре лә дөрөҫ баҫмай бит, исмаһам, ҡул­дарын дөрөҫ күтәрмәй...” – әле был йәһәттән бер белемем булмаһа ла, етешһеҙлектәрҙе тойоп-күреп тора инем. Ниндәйҙер эске камиллыҡҡа ынтылыш ине ул...

Сәхнәне һөйөү, ошо сихри донъя эсендә ҡайнап йәшәү – Хоҙай Тәғәлә тарафынан минең өсөн билдәләнгән тәҡдир, был тормошта атҡараһы бурысым ул. Ғөмүмән, режиссураны илаһи һөнәр тип иҫәпләйем, сөнки образдар, сәхнәләштерелгән хәл-ваҡиғалар аша донъяның, йәшәйештең иң ҡатмарлы, ҡыҙыҡлы яҡтарын сағылдырып була. Бәләкәйҙән үк әсәйемдең эшендә ҡатнашып йөрөнөм, йәштәштәрем менән төрлө инсценировкалар эшләр инек. Ҡыҫҡа­һы, мин бала саҡтан сәхнәгә табынып йәшәйем. 

– Һинең М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарынан торған “Ҡорос” театрын ойошторғаныңды, уға етәкселек иткәнеңде күптәр белеп тә бөтмәйҙер әле...

– Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән 2009 йылда эш башланыҡ. Мәғлүм булыуынса, республикала “Аҡмулла көндәре” тигән ҙур халыҡ-ара фестиваль үтә торғайны. Ул ваҡытта Луиза Хәмзәт ҡыҙы Сәмситова башҡорт филологияһы факультетында декан ине. Уның менән һөйләшеп, студенттар менән һабантуй тамашаһын сәхнәләште­рергә килештек. Минең өсөн был ҙур ҡаҙа­ныш, шул уҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ та булды, сөнки Өфөгә килгәс, балалар менән фәҡәт үҙ стилемдәге ижади оҫтахана асасаҡ­мын, тип янып йәшәй инем (хәҙер инде педагог булып эшләүемә – 15 йыл). 

Был халыҡ театрына шулай нигеҙ һа­лынды. Тәүҙә исеме лә юҡ ине, факультетта театр түңәрәге булараҡ асып ебәрҙем. Исемде оҙаҡ һайланыҡ, бер йыл самаһы. Студент­тар менән уйлашып-кәңәшләшеп, “Ҡорос” тигән исемгә туҡталдыҡ. 

Тамашаларҙы башҡорт йолаларын сәх­нәләштереүҙән башланыҡ. Борондан килгән башҡорт йолалары – ҡарға бутҡаһы, кейәү сәйе, шәжәрә байрамдары һәм баш­ҡалар – сценарийҙар яҙып, үҙенсәлекле итеп сәх­нәләштерергә тырыштыҡ. Һөҙөмтәләр са­ғыуланды, төрлө спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡуя башланыҡ. 2016 йылда беҙгә “халыҡ театры” исемен бирҙеләр. Халыҡ-ара конкурс­тарҙа ҡатнаштыҡ. Беренсе спектакль менән Ҡаҙағстанға барып, ҙур ижади конкурста Гран-при яулап ҡайттыҡ. 
Шулай төрлө бәйгеләрҙә, ҙур фестивал­дәрҙә сығыш яһап, һәр ваҡыт беренсе урынға, Гран-приға лайыҡ була килдек. 2021 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” тигән маҡтаулы исем бирҙеләр. Һис шикһеҙ, театр коллективына, беҙҙең эште юғары баһала­ғандары өсөн мәҙәниәт министры Әминә Ша­фи­ҡоваға ҙур рәхмәт. Был баһа студент­тарға ҙур этәргес бирә, йәштәргә ҡанат ҡуя, киләсәктәренең нигеҙен нығыта. Шул уҡ ваҡытта ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй. Артабан да, “Ҡорос” башҡорт халыҡ театры үҙенең бәҫен төшөрмәй, университетҡа һәм республика мәнфәғәтенә хеҙмәт итер, тип ышанам, сөнки быйыл сентябрҙән бөтөнләй икенсе кимәлдәге ҙур эшкә тотонмаҡсымын...

– Һинеңсә, студенттар араһында ижади булмышлы йәштәр күпме? 

– Ғөмүмән, ижади булмышлы студенттар күп, уларҙың төрлө яҡлап фекерләүе бик ныҡ үҫешкән. Уларға дөрөҫ йүнәлеш бирә бе­лергә кәрәк. Әгәр ҙә был килеп сыҡмай икән, күп нәмәне юғал­тыр­ға була, шуға күрә балаларҙы ла, үҫмер­ҙәрҙе лә, студенттарҙы ла ишетә белергә кәрәк тип иҫәпләйем. Уларҙың аң даирәһен, уй-фекерҙәрен төшөнөп, сәхнә ғәмәлдәре, моторик, психологик алымдар ярҙамында төрлө ысулдар менән ижади булмыштарын асып, юғары маҡсаттарға өлгәшергә була. Арабыҙҙа көслө, рухлы, маҡсатлы йәштәр күп, шөкөр. Беҙгә уларҙың көс-ҡеүәтенә дөрөҫ йүнәлеш бирергә һәм ошо көстө файҙалана белергә генә кәрәк. Ошо йәһәттән үҙемдәге аң-белемде уларға хәлдән килгәнсә еткерергә тырышам. 

– Үрҙә өр-яңы ижади проект алдында торам, тип әйткәйнең...

– Ниһайәт, мин иң ҙур хыялымды тормошҡа ашырҙым – әле шәхси театрҙы асыу буйынса ҡатмарлы, әммә ҡыуаныслы мәшәҡәттәрҙе еңеп сығыу өҫтөндәмен. Әлбиттә, был мөм­кинлек өсөн республиканың Мәҙәниәт министрлығына, министр Әминә Шафиҡоваға иғтибары, ышанысы өсөн тәүге сиратта рәхмәтемде еткергем килә. Театрҙы “Табын” халыҡ ижады коллективы тип атарға ниәтләнек. Әлегә баш ҡаланың Кустарная урамында урынлашҡан мәҙәниәт йорто сәхнәһендә эшләйәсәкбеҙ (Республика халыҡ ижады үҙәгенә ҡарай). 

“Ҡорос”ҡа юҡҡамы ни 80-ләп кеше йөрөнө?! Улар араһында ниндәй генә йәштәр юҡ ине. Күбеһе эҙләнеү-уйланыуҙар юлында булды, тип иҫәпләйем. Күптәр сәхнәлә һәләтен асты, аныҡ йүнәлеш алды. Бының сере ябай – сәхнәлә улар үҙҙәренең потенциалын тоя, эстәге “мин”дәрен табып, тормош буйлап ышаныслы аҙымдар менән атлай башлай. Ҡайһы саҡта уҡыусыларымдың артабанғы тормош юлы менән ҡыҙыҡһынам: кемдер бизнес менән шөғөлләнә, бәғзеһе – дәүләт хеҙмәтендә, өсөнсөһө һөнәре буйынса эшләй. Әлбиттә, улар “Ҡорос” театры­ның мәлендә тормоштарында ни тиклем ҙур роль уйнағанын бәғзе осраҡта аңлап та бөтмәйҙер, мәгәр мин ҡасандыр һәммәһенә ярҙам итә алғаныма шатланам, уҡыусыла­рымдың тормош һөҙөмтәләрен күреү минең өсөн бик мөһим. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусы рәхмәт көтә торған һөнәр түгел. Әгәр шуның өсөн уҡытһаң, эштең мәғәнәһе юғаласаҡ, шуға күрә һәр башҡарған ғәмәлемә икенсе күҙлектән бағырға, Башҡортос­танымдың, телемдең, халҡымдың, милләтемдең килә­сәге йәһәтенән ҡарарға тырышам. Аң-белем менән милләтебеҙҙең киләсәген нығытырға, рухыбыҙҙы күтәрергә тейешбеҙ, тип иҫәпләйем. Рух күтәренкелеге булһа, ижади яҡтан да, мәҙәниәт, мәғрифәт яғынан да халҡыбыҙ, милләтебеҙ сәскә атасаҡ. 

– Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге гимназия уҡыусылары менән бөйөк рәссамдың тормош юлы тураһында ҡуйған спектаклеңде ҡарап хайран ҡалғайныҡ: балалар менән режиссер булараҡ эшләү яңылыҡмы? Был миҫал ниндәй тәьҫораттар ҡал­дырҙы?

– Гимназияның ижади майҙансығында тәүге тапҡыр эшләнем. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Ҡ. Дәүләткил­деевтең исемен мәңге­ләштереүгә ҙур  өлөш индергән сағыу, йәнле тамаша булдырҙыҡ, тип иҫәпләйем. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан миңә бөйөк рәссам Ҡасим Дәүләткилдеевтең иҫтәлеген тергеҙеү йәһәтенән тамаша ҡуйыу буйынса тәҡдим килгәс, был ниәт мине уйға һалды. Дөрөҫөн әйткәндә, шәхес онотола башлаған да һымаҡ. Гимназия исемен йөрөтә, һәйкәленә сәскәләр һалалар, әммә уның хаҡында сәхнә әҫәре булғаны юҡ. Рамаҙан айында мил­ләттәштәремә ярҙам иткем килде һәм шуға күрә ошо изге эшкә тотондом. Беҙ һәр саҡ бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ, үҙем дә халҡыма, телемә хеҙмәт итергә бурыслымын, тигән уйҙан сығып эшләнем быны. Был спектакль минең өсөн һәр яҡтан ыңғай әһәмиәткә эйә. Яңы­лыҡтарҙан, ижадтағы яңы алымдарҙан ҡурҡмайым, киреһенсә, әгәр улар халҡы­быҙҙың тарихын сағыл­дырыу, шәхестәр иҫтәлеген балҡытыу өсөн эшләй икән, мин бар ижади булмышымды һалып эшләргә әҙермен. Шуға күрә күп уҡыйым, сценарий, сценография, костюмдар һәм башҡа режис­серлыҡ алымдары хаҡында уйланам, мөм­кинлек булыу менән ошо ынтылыштарымды тормошҡа ашырырға тырышам. Был спектакль – ошоноң сағылышы ул. 

Һөнәр үҙенсәлектәренә килгәндә, балалар менән эшләү һәр саҡ ҡатмарлы. Бигерәк тә һүрәт төшөрөүселәр менән. Башта уҡы­тыу­сылар ышанманы: “Юҡ, килеп сыҡмаҫ”, – тип әйтеүселәр ҙә булды. Бирешмәнем, ун көн эсендә һәләттәрен асасаҡбыҙ, тинем. Тамашаны илай-илай ҡарауҙары “маҡсаты­быҙға өлгәштек, балалар менән бергә йәнле тамаша эшләй алдыҡ” тигән фекерҙе аңлата. Ғөмүмән, театр түңәрәге, сәхнә балаларҙы һәр яҡлап аса.

– Үрҙә өр-яңы ижади проект алдында торам, тип әйткәйнең...

– Ниһайәт, мин иң ҙур хыялымды тормош­ҡа ашырҙым – әле шәхси театрҙы асыу буйынса ҡатмарлы, әммә ҡыуаныслы мәшәҡәт­тәрҙе еңеп сығыу өҫтөндәмен. Әлбиттә, был мөмкинлек өсөн республи­каның Мәҙәниәт министрлығына, министр Әминә Шафиҡо­ваға иғтибары, ышанысы өсөн тәүге сират­та рәхмәтемде еткергем килә. Театрҙы “Табын” халыҡ ижады коллективы” тип атарға ниәтләнек. Әлегә баш ҡаланың Кустарная урамында урын­лаш­ҡан мәҙәниәт йорто сәхнәһендә эшләйә­сәкбеҙ (Республика халыҡ ижады үҙәгенә ҡарай). 

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында был ваҡиға минең өсөн айырыуса символик әһәмиәткә эйә. Халыҡтың үҙбил­дәләнеше нигеҙенә туған тел, мәҙәниәт, рухиәт кеүек мәңгелек төшөнсәләр һалынған. Быйыл ошо ғәмәлдәргә ҙур иғтибар бүле­неүе, төрлө сағыу проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы, һис шикһеҙ, файҙаһын бирәсәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойош­торған “Ижади майҙан” проектын ғына алайыҡ – унда ни тиклем ижади ҡеүәт туп­лан­ған! Төрлө йүнәлештәге һөнәр оҫта­ла­рының, район халҡы менән осрашып, оҫта­лыҡ дәрестәре ойоштороуы, аралашыуы баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Әйткәндәй, мин дә Йәрмәкәй төбәгендәге сарала ҡат­наш­тым, актер оҫталығы буйынса дәрес уҙ­ғарҙым. Ауыл мәҙәниәт йорто, сәхнә хеҙмәт­кәрҙәренең нисек йәнләнгәнен күрһәгеҙ! Шул тиклем йылы, файҙалы осрашыу булды. 

Театрға килгәндә, әлеге ваҡытта тәүге та­машаның сценарийын яҙып бөттөм, ул тулыһынса башҡорт халыҡ йолаларына ба­ғышлана, уларҙы тергеҙеүҙе, нескәлек­тәрен төшөндөрөүҙе, популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Унан тыш, актерҙар туплау, декорация-костюмдар булдырыу һәм башҡа бихисап ойоштороу эштәрен дә атҡараһы бар. Премьераны иһә сентябрь аҙағына йә октябрь башына планлаштырабыҙ. 

– Халыҡтың күңеленә ятҡан йәнле музыкаль клиптар менән дә шатлан­дырырға өлгөрәһең – был ижади ынтылышың хаҡында ла әйтеп үтһәңсе.

– Һәр кеше моңлана, йырҙар тыңлай һәм үҙенсә көйләп тә йөрөй. Йыр-моң, ғөмүмән, һәммәбеҙҙең тормош юл­дашы ул, һәр ҡайһыбыҙҙың күңелендә үҙ моң даръяһы бар. Шатланғанда ла, ҡай­ғырғанда ла йыр – күңелгә дауа, һағыштарҙы тарата торған, ышаныс биргән тылсымлы көс ул. Шуға мин кемдер йырлай белмәй тиһәләр, ышанмайым. Һәр кемдең моңла­нырға, хәленән килгәнсә йырларға хоҡуғы бар! 

Мин “яҡындарым – йыр-моңло кешеләр” тип үрҙә әйткәйнем. Уларҙың музыкаль һәләте миңә лә күскәндер, моғайын. Шуға ла йыр-моң күңелемдә ҙур урын биләй. Әгәр мин ижадымдың был төрөн кешеләр хөкөмөнә тәҡдим итәм икән, тимәк, был мәсьәләгә етди ҡарарға тейешмен. Репертуарымдағы йырҙарҙың һәммәһе – оҙаҡ ижад ителгән, иләнгән, баһаланған ижад емештәре. Бәғзе өлгөләрҙе бер нисә йыл дауамында яҙыуым ихтимал. Һис шикһеҙ, йырҙы тыңлаусыларға еткереү өсөн матур клиптар ҙа төшөрөргә кәрәк. Был осраҡта ла бик талапсанмын, тиҙ генә әтмә­ләнгән видеояҙмаларға күңелем ятмай, еренә еткереп, сифатлы итеп эшләргә тырышам. Әле иһә булған йырҙарымдан өсөнсө тапҡыр ҙур концертымды ойошторорға тигән теләгем бар, был ғәмәл өҫтөндә лә эшләйем. 

– Сәхнә сағыу балҡышы менән арбаһа ла, ул һәр ижад кешеһенән бик күп рухи һәм физик көс талап итә, үҙ ҡанун-талаптары бар. Ижад ҡанаттарың талсыҡҡанда, ҡайҙа таяныс-терәк, илһам сығанағы эҙләйһең?

– Илһам, дәрт, дарман күңел торошонан, маҡсаттарыңдан, булмышыңдың үҙенсәлек­тәренән туҡыла. Үҙ-үҙеңде йәлләмәй эшлә­һәң, зарланмаһаң, шөкөр итә белһәң, тормош юлынан әҙәп, иман ҡанундарына таянып атлаһаң, эшеңде яратһаң, илһам да, дәрт тә, дарман да килә. Тормошта ҡаршы­лыҡтар күп инде ул, уларға ҡарамай, яҡшы­лыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылһаң, булған белемеңде изгелеккә йүнәлтеп сарыфлаһаң, Аллаһы Тәғәлә һәр ваҡытта ла юлдарын аса. 
Ә йөрәгемә ялды, дауаны яҡындарым янында, тыуған ерем – гүзәл Учалы төбә­гендә табам, унда һәр саҡ ашҡынып ҡайтам һәм ошо ихлас аралашыуҙарҙан илһамла­нып, көс-ҡеүәт туплайым. 

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

 Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

 

Автор:
Читайте нас