

Тышлыҡтағы сибәр ҡыҙ кем тиһегеҙме? Һылыулығы менән дә, уңғанлығы менән дә хөрмәткә лайыҡ Өфө ҡыҙы Зөлхизә Ҡотлосурина була ул. Зөлхизә ҡалала тыуып үҫһә лә, тап-таҙа башҡортса һөйләшеүе менән дә үҙенә хөрмәт уятты. Бөтмөр ҡыҙ “Вэлком РБ” компанияһын етәкләй. Уның хаҡта “Сәйәхәткә әйҙәй Зөлхизә” тигән мәҡәләлә ныҡлап таныша алаһығыҙ.
Аллаға шөкөр, өлгөлө, шәп йәштәр бихисап арабыҙҙа. Алыҫ Нижневартовск ҡалаһында йәшәгән Гүзәл Зәйнетдинованың тамырҙары Ғафури районынан. Эколог һөнәрен һайлап, тәбиғәт һағында тороусы һылыу хаҡында “Барыһы ла үҙебеҙҙән башлана” тигән яҙмала уҡырға мөмкин. Бөгөн МХО-ла йөрөгән Ҡыйғының батыр егете Динар Мөхәмәтйәровтың ҡыйыулығы ла һоҡланыу уята.
Журналдың был һанында мауығып уҡырҙай хикәйәләр, шиғырҙар баҫылған, уйланырға мәжбүр иткән көн ҡаҙағындағы мәҡәләләр донъя күргән.