Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Мәҙәниәт
25 Мая , 13:43

Мине көтөп торған тамашасым бар икәнлеген беләм...

– Конкурстар тигәндән, “Юлдаш” радиоһы ойошторған финал концертында һине күрәһе килгән ине. Тик унда ҡатнашманың... – Беләһегеҙме нимә, конкурстар, ярыштар тураһында йыш уйланғаным бар һәм еңел атлетика менән шөғөлләнеүселәргә ҡайһылай еңел, тип уйлап ҡуям...Улар һәләтен, нисек әҙерләнеүен мәрәй һынаусылар ҙа, тамашасылар ҙа шунда уҡ күрә һәм ыңғайына баһалана. Мутлашыу, әрһеҙләшеү кеүек күренештәр был өлкәлә сит күренеш.  

Мине көтөп торған тамашасым бар икәнлеген беләм...Мине көтөп торған тамашасым бар икәнлеген беләм...
Мине көтөп торған тамашасым бар икәнлеген беләм...

Кемдер уның тауышын шишмә сылтырыуы менән сағыштыра. Икенселәр һандуғас моңона оҡшата. Бер йырынан уҡ иҫтә ҡалырлыҡ, ҡолаҡты наҙлап ҡына торған тауышлы Йылайыр районының Йылайыр ауылы һылыуы Зөбәйҙә ҠОЛОМБӘТОВА ул. 

– Зөбәйҙә, һине бәләкәс сағыңдан “Тамыр” йондоҙо итеп беләбеҙ.

– Бәләкәйҙән йырларға яраттым. Оҙон күлдәктәр кейеп, көҙгөгә ҡарап ишеткән, отоп алған йырҙарҙы йырлағанымды әле лә өлкәндәр йыш телгә ала. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә лә һәр иртәлектә сығыш яһай инем. Моңом барлығын аңғарып ҡалған, әсәйемдең бер туған һеңлеһе, Гөлсөм апайым Бикбулатова мине “Тамыр”ға алып барҙы. Ике тапҡыр “Сулпылар”ҙа гран-при алдым. Юл төшкәндә концерттарҙа ҡатнашып, йырҙар яҙҙырып ҡайта инек. Отҡор, зирәк ҡыҙ инем. Бер барғанда бер нисә тапҡыр уҡып ҡына йырҙың тексын иҫтә ҡалдыра ла, ыңғайына өс-дүрт йыр яҙыла ине. Гөлдәр Ишҡыуатова: “Тәбиғәттән бирелгән моңло бала менән эшләүе ҡайһылай еңел, рәхәт”, – тип йыш ҡабатлай ине. Балалар өсөн фильмдарҙа уйнарға ла саҡырҙылар. Тик ара алыҫлығы арҡаһында тороп ҡала инем. Ысынлап та, “Тамыр” мине шул ваҡытта уҡ үҙ тамашасымды табырға ярҙам итте. Районда танып, ундағы сараларға ла саҡырып тора инеләр. Атайым Даян Рәшит улы менән әсәйем Гүзәлиә Вәлиулла ҡыҙы әлеге ваҡытта ла минең өсөн төп терәк-таяныстарым. Бәләкәй генә саҡтан ғаиләбеҙҙә йыр-моңға һөйөү тәрбиәләнде. Әсәйем дә бик матур йырлай, уның башҡарыуында “Сывай ҡашҡа” йырын ишетеп үҫтем. Атайым менән әсәйем һәр башланғысымды хуплап тороусы, минең күңелемә ҡанат ҡуйыусылар. Уларға шул тиклем рәхмәтлемен. Өләсәйем Сәмсинур Мөхәмәтйәр ҡыҙы, әсәйем яғынан бабайым Әсҡәт Вәлиулла улы мине дәртләндереп юл сығымдары, матур сәхнә күлдәктәрен алырға матди яҡтан ярҙам итәләр ине. Туғандарым араһында барыһы ла сәнғәткә ғашиҡ, уның нескәлектәрен аңлаған кешеләр күп.

– Һеҙҙең нәҫел тотош йырсылар нәҫеле булып сыға инде. Бер туғандарың араһында ла йырсылар бармы?

– Беҙ ғаиләлә ике бала. Бер туған апайым бар. Әлиә Самарбаева медицина юлын һайлаһа ла, ул да сәнғәткә ғашиҡ кеше. “Тамыр”ҙар уның өсөн дә “Тәгәрәп китте йөрәгем” тигән йырҙы яҙҙырҙы. Уҡыусы, студент саҡтарында ла сәхнәлә йөрөнө. Әле лә мөмкинселек сыҡҡанда сығыш яһай.

– “Ҡара бесәй балаһы” йырының ҡыҙыҡ ҡына тарихы ла бар шикелле...

– Ысынлап та, был йырҙың тарихы айырым бер мистик көскә эйә тиергә лә була. Ошо йырҙы яҙҙырырға барыр алдынан, өйөбөҙҙәге ҡара бесәйҙән тырналып, илап барғанмын һәм йырҙы яҙҙырғанда образға ла керергә кәрәкмәгән.  

– Бәләкәс сағыңдан уҡ тамашасы күңелен яулағанһың. Ни өсөн психолог һөнәренә уҡының?  

– Туғыҙынсыны тамамлағас, Сибай сәнғәт колледжына уҡырға барҙым. Джон Мусин башҡорт халыҡ йыры “Зөбәйҙә”не тыңлағас та, үҙенең уҡыусыһы итеп ҡабул итте. Ике йыл унда шөғөлләнгәс, уҡытыусым Ҡазанға күсеү сәбәпле, Гөлсинә Ҡудашевала шөғөлләндем. Ике остазыма ла минең һәләтемде үҫтергәндәре, сәхнә кешеһе итеп тәрбиәләй алғандары өсөн рәхмәтлемен. Ошонда уҡып йөрөгәндә үк “Ирәндек моңдары”нда ҡатнашып өсөнсө урын алдым. Башҡорт халҡының гүзәл заттарының, халҡының яҙмыштарын сағылдырған “Зөбәйҙә”, “Сәлимәкәй”, “Уралым”, “Төхвәт кантон” йырҙары мине был еңеүгә алып килде. Унан алда ла, алты йәшемдә үк, был конкурста ҡатнашып, өсөнсө урынға сыҡҡан инем. “Сибай йондоҙҙар ҡабыҙа” тигән конкурста гран-при алдым. Беҙҙе Өфө сәнғәт интситутына әҙерләйҙәр ине. Студент саҡта ла төрлө сараларҙың биҙәге булдым. Төрлө концерттарҙа ҡатнашып йөрөүем арҡаһында тормошомдоң ниндәй йүнәлештән китеүенә лә булышлыҡ итте. Бер мәл БДУ-ның Сибай филиалында сығыш яһаным. Һуңынан ректоры: “Колледжды тамамлағас, беҙгә уҡырға кил”,  – тип саҡырҙы. Йырсы кешегә тамашасыныһың күңел торошон күреп-тойоп торорға кәрәк, тип, психология йүнәлешен һайланым.

– Конкурстар тигәндән, “Юлдаш” радиоһы ойошторған финал концертында һине күрәһе килгән ине. Тик унда ҡатнашманың...

– Беләһегеҙме нимә, конкурстар, ярыштар тураһында йыш уйланғаным бар һәм еңел атлетика менән шөғөлләнеүселәргә ҡайһылай еңел, тип уйлап ҡуям (авт.: көлә). Улар һәләтен, нисек әҙерләнеүен мәрәй һынаусылар ҙа, тамашасылар ҙа шунда уҡ күрә һәм ыңғайына баһалана. Мутлашыу, әрһеҙләшеү кеүек күренештәр был өлкәлә сит күренеш. Ҡалғандарында иһә төрлө хәлдәр килеп сығырға мөмкин. Сәнғәттә лә, спортта ла, башҡаһында ла... “Башҡорт йырын”да, “Юлдаш хит”та ла ҡатнашып ҡараным һәм үҙ һәләтемде беләм, тамашасы ла мине йылы ҡабул итә. Ни өсөн һәләтем барлығын әйләнгән һайын иҫбатларға маташам әле, тип туҡталдым. Әлеге ваҡытта өс йәшлек Мәликә ҡыҙымда ла һәләте барлығы күренә. Сос, отҡор ҡыҙ. Йырларға, бейергә ярата. Шиғырҙарҙы тиҙ генә отоп ала. Тик уның был йүнәлештән китеүен теләмәйем. Көнсөллөкө, тар күңеллелек көслө булған өлкәнән баламды аяп ҡалғым килә.

– Һине йырсы итеп танытҡан ниндәй йыр тип иҫәпләйһең?

– Йырсы итеп, моғайын да, бала сағымда тиңдәштәрем өсөн башҡарған йырҙар аша таный башлағандарҙыр. “Әсәй, бәпес алып ҡайт” тигән йыр менән йәштәштәрем араһында билдәлелек алдым. Мине Шәүрә Әширбаева менән бутаусылар ҙа булған. Нишләптер был  йырҙы ул башҡарған, тип уйлағандар. Мәҫәлән, шул уҡ “Ҡара бесәй балаһы” йырының яҙылыу тарихы тураһында бер мәл социаль селтәргә һалғас, мин бөтөнләй белмәгән тиңдәштәрем араһынан: “Зөбәйҙә, беҙ һинең ошо һәм башҡа йырҙарыңды тыңлап үҫтек”, – тип яҙыусылар табылды. Ә ҙур сәхнәгә профессиональ йырсы булараҡ сыға башлағас, Вилдан Яруллин менән башҡарған “Янымда бул” тип аталған дуэтты халыҡ яратып ҡабул итте. Был йырҙы Вилдан ағай Ҡаҙағстанда үткән ниндәйҙер конкурста баһалама ағзаһы сағында ишетеп ҡалып оҡшатҡан һәм авторҙарынан рөхсәт алып ҡайтҡан.

Дуэттарҙы халыҡ, ғөмүмән, яратып тыңлай. Сәғиҙулла Байегеттең элек яңғыҙы башҡарған “Табылдың да” тигән йырын икәүләшеп башҡарҙыҡ. Тамашасы уны ла йылы ҡабул итте.

– Башҡорт эстрадаһының бөгөнгө кимәлен-хәлен нисек баһалайһың?

– Ҡулыма диплом алғас, “Башҡортостан” концерт залына эшкә килдем. Яңы оло тормош юлына баҫҡан сәхнә кешеһенә ҙур тормош мәктәбе булды, тип әйтә алам. Иҙел Нурғәлин, Сәғиҙулла Байегеттәр менән төрлө район-ҡалаларға гастролдәргә лә сыҡтым. Бер ваҡыт Әнүәр Нурғәлиевтың төркөмөнә бэк вокалист кәрәклеге хаҡында белеп ҡалдым. Тик ул мине йырсы итеп алды һәм бер йылға яҡын башҡорт телендә уның концерттарында йырлап йөрөнөм. Шул ваҡытта ни өсөн ике ҡәрҙәш телдәр араһындағы йырсыларҙың бер-береһенән айырылып тороуын аңланым. Беренсенән, улар аҡса йәлләмәй. Һәр яңы йырға костюм, бейеү һәм башҡалар. Төркөмөндә эшләгәндәрҙе лә буш ҡалдырмай. Уларҙың һәр береһенең музыка ҡоралдарында уйнаусы оҫталар, бер нисә бейеүсеһе мотлаҡ бар. Икенсенән, һәр көн үҫеш өсөн бәләкәс кенә аҙымдар менән алға барыуҙарын дауам итәләр. Мине кеше былай ҙа белә, тип туҡталып ҡалһалар, танауҙарын өҫкә күтәрһәләр, улар урынына икенселәре киләсәген яҡшы аңлайҙар. Егәрле, үҙенә ышанған кеше һәр өлкәлә уңыш ҡаҙана ла инде.

– Әнүәр Нурғәлиев татар телендә йырла, тигән талап ҡуйманымы?

– Башҡа барлыҡ туғандаш халыҡтарҙың телен хөрмәт итәм. Әммә әсә телемде боҙоп йырлап тора алмайым. Башҡортса концерттарында сығыш яһай башлағас, әлбиттә, ул: “Әйҙә, татарса ла йырҙар яҙҙыра башла”, – тип тәҡдим итте. Ул ваҡытта мин кейәүгә сығырға йөрөй инем һәм Әнүәр Нурғәлиевтың төркөмөнән китергә тура килде.

 – Тормош юлдашығыҙ итеп кемде һайланығыҙ? Ниндәй сифаттары менән һеҙҙең күңелегеҙҙе арбаны?

– Күрше ауыл егете Ғәзинур Хөснулла улы менән урта кластарҙа уҡ таныштыҡ. Бер гимназияла уҡыныҡ. Музыка мәктәбенең “Ләйсән” бейеү ансамленә лә бергә йөрөнөк. Ошо мәлдә үк бер-беребеҙгә эҫендек. Институтта ла бергә белем алдыҡ. Армиянан көтөп алдым. Ун йыл дауамында бер-беребеҙҙе яҡындан белеп, хистәребеҙҙе һынап йөрөгәс, ҡауыштыҡ. Ябай, көслө, намыҫлы, матур, киң күңелле, ышаныслы булыуы менән үҙенә ҡаратты.

– Әртис кеше күп гастролдәрҙә йөрөй, елғыуар була, тип ҡәйнәңдәр һине килен итеп алыуға ҡаршы төшмәнеме?

– Ҡәйнәмә бөгөн мин биш йыл инде киленмен. Беҙ уның менән яҡын әхирәттәр тиһәм, яңылышмаҫмын. Ҡәйнәм менән һәр саҡ кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Уның тормош тәжрибәһе, аҡылы миңә күп нәмә лә ярҙам итә. Артист тормошомдо ла аңлай, минең менән ғорурлана.

– Әйткәндәй, сит өлкәлә йырлап йәшәп буламы?

– Алтын-көмөш яуған ерҙән, тыуып-үҫкән ер яҡшы, тигәндәрен ситкә сығып китеп йәшәгән кеше генә аңлай. Бынан дүрт йыл элек иремә эш тәҡдим иткәстәре, Норильск ҡалаһына күсеп киттек. Ер аяғы, ер башы ятҡан ерҙә лә йырлап йәшәргә мөмкин. 2023 йылдан бында йәшәүсе башҡорттарҙы берләштереүсе “Уралым” ойошмаһының әүҙем ағзаһымын. Төрлө сараларҙа сығыш яһайым. “Край наш – общий дом” тигән фестивалдә йыл һайын ҡатнашып, башҡорт халҡының йолаларын, мәҙәниәтен күрһәтәбеҙ. Федоровский исемендәге Заполярный дәүләт университетының политехник колледжында ойоштороусы педагог булып эшләйем. Студенттарҙы төрлө сараларға әҙерләйем, хатта уларға бейеүҙәр ҙә һалам. Ғаиләбеҙ менән дә төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ. Ғазинур оҫта бейеүсе лә. Быйыл Норильск ҡалаһы мэрынан, мәҙәни сараларҙа ғаилә менән актив ҡатнашҡаныбыҙ өсөн грамота алдыҡ.

Опуск мәлдәрендә тыуған яҡтарға ҡайтырға атлығып ҡына торабыҙ. Бында саҡта яңы йырҙар яҙҙырырға тырышам. Киләсәктә клиптар төшөрөү ҙә пландарымда бар. Был ҡайтҡанымда, мәҫәлән, ике йырлы булырға өлгөрҙөм. “Тыуған ерем” тигәнен күптән, туғандар йыйылған мәжлестәрҙә, ишетеп белә инем. Икенсеһен Юныс Миңнимөхәмәтов яҙған. “Ысҡындыра күрмә” тип атала. Йәшлек, мөхәббәт тураһында ул. Бер йырымда:

Юҡ, йөрөмәм оҙаҡ,

Сит ерҙәрҙә сыҙап, – тигән һымаҡ, ҡырыҫ тәбиғәтле Себер яҡтарында ла оҙаҡ тотҡарланмаҫбыҙҙыр тип ышанам.

– Мәликә ситтә тыуһа ла, башҡорт телендә теле сыҡҡан. Сит өлкәлә йәшәп тә туған телгә баланы йәлеп итеп буламы?

– Була, булмай, тип ултырырға түгел инде. Туған телең һиндә өҙөлөп ҡалмаһын өсөн бар көсөңдө һалып тырышырға кәрәк. Балаларына туҙға яҙмаған исем ҡушып, русса һөйләшеп йөрөгән ата-әсәләргә ҡарап берсә асыуым килә, берсә аптырайым, берсә уларҙы йәлләйем. Күрәләтә балаңды туған теленән мәхрүм итергә мөмкинме икән? Балаларыңа әсә телен өйрәтер өсөн ҡайҙа, ниндәй мөхиттә йәшәүең мөһим түгел. Сиған кеүек милләттәрҙе генә миҫалға алып ҡарайыҡ. Аныҡ ҡына йәшәгән ерҙәре лә юҡ. Махсус мәктәптәрҙә лә уҡымайҙар. Хатта үҙҙәренең радио-телевидениеһы ла юҡ шикелле. Әммә йәш быуынға туған телен өйрәтеү-өйрәтмәү тураһындағы һорау тыумай. Барыһы ла әсә телдәрендә аралашалар. Беҙгә нимә ҡамасаулай? Бар уңайлыҡтар ҙа бар. Тик ул мөмкинселектәрҙе ҡулланыусы ата-әсәләрҙең һаны ғына көндән-көн кәмей бара.  

– Киләсәктә Зөбәйҙә Ҡоломбәтова тигән йырсының шәхси концерттарын күрербеҙме икән?

– Һәр һалдат генерал булырға хыяллана, тигән кеүек, һәр йырсы ла үҙенең шәхси концерттарында зал тултырып тамашасы йыйырға, гастролдәрҙә йөрөргә уйлай. Мин дә шулай. Тик уға тиклем үҙемдең образымды табырға кәрәк. Сер түгел, Гөлсөм апайым менән беҙ ныҡ оҡшашҡанбыҙ. Йөҙгә лә, тауыш менән дә. Хатта бутаусылар ҙа табыла. Шуға ла Зөбәйҙә Ҡоломбәтова тигән йырсының бер кем менән дә сағыштырмауҙарын, бутамауҙарын теләйем. Бының өсөн яңы, тамашасы үҙенә йәлеп итерлек ҡабатланмаҫ образ кәрәк. Уйланам, хыялланам, эҙләнәм һәм иң мөһиме үҙемә ышанам. Мине көтөп торған тамашасым бар икәнлеген дә беләм...

Мине көтөп торған тамашасым бар икәнлеген беләм...
Мине көтөп торған тамашасым бар икәнлеген беләм...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас